Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йомаш халҡынан – оло һөйөү менән

Баймаҡ районының Йомаш ауылында ойошторолған “Һаҡмар” ирекмәндәр төркөмө махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә даими рәүештә гуманитар ылау туплап ебәрә. Әлегә тиклем күберәк ит, емеш-еләк консервалары, ҡаҡланған ҡаҙ, ҡаҙы һала торғайнылар, был юлы иһә яҡташтарыбыҙ күп итеп сөсө икмәк һораған икән. Яугирҙәребеҙҙе бала сағына алып ҡайтҡандай булалыр ҡәҙерле ризығыбыҙ. Ауылдарҙа әле лә бешерәләр сөсө икмәкте. Ялға ҡайтҡан һалдаттар әйтеүенсә, улар фронтта ла үҙебеҙҙең милли ризыҡтарҙы әҙерләп ашарға ярата икән. Шуға ҡул йылыһы һеңгән өй һалмаһы ла һорағандар. Яратҡан ризыҡтары – ҡорот, эремсек тә урын алды ылауҙа. Ихлас күңелдән, изге теләктәр әйтеп тупланған милли аш-һыуҙарыбыҙ яҡташ яугирҙәребеҙҙең йөрәген йылытыр, Тыуған илен, Башҡортостанын, ауылын, туғандарын һағыныуҙарын бер аҙ баҫыр, еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуға көс-дәрт өҫтәр, тип ышана “Һаҡмар” ирекмәндәре. Әйткәндәй, Йомаштан әле 12 яугир махсус хәрби операция биләмәһендә. Гуманитар ылау ебәреүҙе ойоштороуҙан тыш, ирекмәндәр Аҡморон ауылындағы ҡарттар йортона ла күстәнәстәр, бүләктәр менән барып, ҡараусыһыҙ ҡалған ололарҙың күңелен күреп, һыйлап, концерт күрһәтеп ҡайта. “Һаҡмар” ойошмаһы етәксеһе Хәҙисә Райманова әйтеүенсә, Йомаш ҡатын-ҡыҙҙары ифрат егәрле, һәләтле, оҫта ҡуллы. “Ауылда ниндәй генә сара ойошторһаң да, барыһы ла, ҡырылмаһа-ҡырҡ эшен ташлап, йыйыла һала һәм бурыстарҙы “һә” тигәнсе үтәп тә ҡуя. Бигерәк тә Зифа Иҫәнова, Гөлсинә Солтангәрәева, Фәрхәнә Иҫәндәүләтова, уҡытыусы Зөлфиә Тимербулатова әүҙем”, – ти Хәҙисә Зәки ҡыҙы. Йомаштың абруйлы, оҫта ҡуллы ағинәйе Фәрхәнә Иҫәндәүләтова әйтеүенсә, ул яугирҙәргә ризыҡты бөтә күңелен һалып бешерә. “Майға ғына баҫылған сөсө икмәктәремә йондоҙҙар төшөрҙөм, “Еңеү менән ҡайтығыҙ” тип яҙҙым. Яугирҙәребеҙгә Йомаш халҡы исеменән йылы һүҙҙәр, һағынышлы сәләмдәр тулы хат та һалдым”, – ти ул. Махсус хәрби операцияға “Тыуған яҡ йылыһы” тип аталған ылауҙы әҙерләп, туплап, яҙыуҙар өҫтәп, күстәнәстәрҙе төрөп ебәреүҙә Ғәшүрә Туваняева, Наилә Йәнбирҙина, Зөмәрә Байсыуаҡова, Ғәлимә Килдеғошова, Элиза Юнысбаева, Фәйрүзә Ярҡынбаева, Әлмира Сәйғәфәрова, Рәсимә Йомашева, Таңсулпан Сәйғәфәрова, Римма Әйүпова һәм башҡалар әүҙем ҡатнашҡан. Йомаштар гуманитар йөктө кәрәкле ергә алып барып еткереү өсөн күмәкләшеп аҡса ла йыйған. Ошондай уңған, булдыҡлы, киң күңелле, берҙәм ауылдаштарыма ихлас һоҡланам, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет, ҡыуаныс-шатлыҡтар теләйем. Изгелектәре өсөн уларға Аллаһ Тәғәлә сауапты меңләтә арттырып бирһен ине. Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен! Лилиә ҠӘЙЕПОВА. Фотоларҙа: Баймаҡ районының Йомаш ауылы ирекмәндәре. Х. Райманова фотолары. Баймаҡ районы.