Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәштәр – киләсәгебеҙ

Өфө ҡалаһында "Йәш белгес – төҙөлөштөң киләсәге" тигән йәштәр форумы ойошторолдо. Сара Рәсәй Төҙөлөш министрлығының ярҙамы менән үткәрелә. Маҡсат – төҙөлөш тармағына яҡшы белгестәр әҙерләү. Ысынлап та, Башҡортостан, күләмле йәштәр форумы уҙғарылған 26-сы төбәк исемлегенә инде. Форумда юғары уҡыу йорттары студенттары, училище, колледж, техникумдан ҡыҙ һәм егеттәр, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов әйтеүенсә, бөгөн йәштәргә төҙөлөш һөнәре буйынса бөтәһен дә белеү өсөн мөмкинлектәр ҙур. – Беҙ социаль әһәмиәткә эйә, шулай уҡ эре инфраструктура объекттары төҙөйбөҙ, – тине Рөстәм Фәрит улы. – 2023 йылдың аҙаҡтарында, әле тап ошо бинала сарала ултырабыҙ, вуз-ара кампусты файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Былтыр иһә Көрәш һарайы, фехтование һәм ишкәкле слалом үҙәге кеүек ҙур спорт объектын төҙөп бөттөк. Йәштәр, быларҙың барыһы ла һеҙҙең өсөн төҙөлә. Һеҙ – буласаҡ төҙөүселәр, ошо данлы традицияларҙы дауам итерһегеҙ, тип ышанам. Рөстә

Өфө ҡалаһында "Йәш белгес – төҙөлөштөң киләсәге" тигән йәштәр форумы ойошторолдо. Сара Рәсәй Төҙөлөш министрлығының ярҙамы менән үткәрелә. Маҡсат – төҙөлөш тармағына яҡшы белгестәр әҙерләү. Ысынлап та, Башҡортостан, күләмле йәштәр форумы уҙғарылған 26-сы төбәк исемлегенә инде. Форумда юғары уҡыу йорттары студенттары, училище, колледж, техникумдан ҡыҙ һәм егеттәр, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов әйтеүенсә, бөгөн йәштәргә төҙөлөш һөнәре буйынса бөтәһен дә белеү өсөн мөмкинлектәр ҙур. – Беҙ социаль әһәмиәткә эйә, шулай уҡ эре инфраструктура объекттары төҙөйбөҙ, – тине Рөстәм Фәрит улы. – 2023 йылдың аҙаҡтарында, әле тап ошо бинала сарала ултырабыҙ, вуз-ара кампусты файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Былтыр иһә Көрәш һарайы, фехтование һәм ишкәкле слалом үҙәге кеүек ҙур спорт объектын төҙөп бөттөк. Йәштәр, быларҙың барыһы ла һеҙҙең өсөн төҙөлә. Һеҙ – буласаҡ төҙөүселәр, ошо данлы традицияларҙы дауам итерһегеҙ, тип ышанам. Рөстәм Ғәзизов, һуңғы алты йылда төҙөлөш тармағының ҙур тиҙлек алға китеүенә баҫым яһаны. Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов йәштәргә ҙур иғтибар бүлгәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтен белдерҙе. Фото: Илдар Аҡъюлов.