Найти в Дзене

Берҙән-бер фән докторы кем?

Өфө фән һәм технологиялар университетында билдәле профессор, башҡорт тел ғилеме белгесе Хәҙисә Солтанбаеваның 75 йәше уңайынан, "Рәсәй субъекттарының полилингваль мәғариф киңлегендә башҡорт теле" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Сараның тап Халыҡ-ара туған телдәр көнө тура килеүе осраҡлы түгел ине. Хәҙисә Вәли ҡыҙы тыумышы менән донъяға Ерәнсә сәсән, Әхмәтбаҡый хәҙрәт, Азат Абдуллин, Мөхтәр Әхтәмов, Иншар Солтанбаев, Венер Абдуллин кеүек арҙаҡлы шәхестәр биргән Ейәнсура районының данлыҡлы Башҡорт Үргене ауылынан. Әйткәндәй, Хәҙисә Солтанбаева - Ейәнсуранан сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар араһында берҙән-бер фән докторы. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина белдереүенсә, Хәҙисә Солтанбаева - иң ихтирамлы коллегаларыбыҙҙың береһе. Уның бай тәжрибәһе, тиҫтә йылдар буйы йыйылған педагогик һәм методик багажы уларға таяныс, уның кәңәштәренә һәр саҡ ҡолаҡ һалалар. Иңгә-иң

Өфө фән һәм технологиялар университетында билдәле профессор, башҡорт тел ғилеме белгесе Хәҙисә Солтанбаеваның 75 йәше уңайынан, "Рәсәй субъекттарының полилингваль мәғариф киңлегендә башҡорт теле" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Сараның тап Халыҡ-ара туған телдәр көнө тура килеүе осраҡлы түгел ине. Хәҙисә Вәли ҡыҙы тыумышы менән донъяға Ерәнсә сәсән, Әхмәтбаҡый хәҙрәт, Азат Абдуллин, Мөхтәр Әхтәмов, Иншар Солтанбаев, Венер Абдуллин кеүек арҙаҡлы шәхестәр биргән Ейәнсура районының данлыҡлы Башҡорт Үргене ауылынан. Әйткәндәй, Хәҙисә Солтанбаева - Ейәнсуранан сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар араһында берҙән-бер фән докторы. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина белдереүенсә, Хәҙисә Солтанбаева - иң ихтирамлы коллегаларыбыҙҙың береһе. Уның бай тәжрибәһе, тиҫтә йылдар буйы йыйылған педагогик һәм методик багажы уларға таяныс, уның кәңәштәренә һәр саҡ ҡолаҡ һалалар. Иңгә-иң терәшеп улар менән эшләп йөрөүе – ғорурлыҡ! Фото: Илдар Аҡъюлов.