Сәләмәтлектән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡ донъяла. Ул булмаһа, донъяның йәме лә юҡ. Шуға һәр кем һаулығына һаҡсыл ҡараш булдырһын. Бөгөн иһә гүзәл зат вәкилдәренең сәләмәтлеге тураһында яҙмаҡсыбыҙ. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ҡатындар түбәндәге шарттарға иғтибар итергә тейеш. Гормональ үҙгәреш, бауыр, эндокрин системаһы, йәрәхәттәр, стреслы хәлдәрҙең күп булыуы, беренсе баланың 30 йәштән һуң тыуыуы йәки баланың юҡлығы; Ҡатын-ҡыҙ яғынан нәҫелдең ҙур йоғонто яһауы тураһында оноторға ярамай. Олоғайған һайын яман шеш сирҙәре хәүефе лә арта. Сөнки 40 – 60 йәштәрҙә, менопауза осоронда, эндокрин системаһының тотороҡлолоғо кәмей. Тик хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, түштәге яман шеш йәш ҡатындарҙа ла табыла; Ҡояш нурҙары аҫтында йыш йөрөү, аборттар, май күп булған аҙыҡ-түлек, холестерин, шәкәр. Һөт биҙе яман шеше тәүге стадияларҙа үҙе тураһында һиҙҙермәҫкә мөмкин. Шеш үҫкән һайын һөт биҙендә шештәр барлыҡҡа килә, түш формаһы үҙгәрә, ҡыҙара. Һөт биҙе яман шешенә юл ҡуймаҫ өсөн т