Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының баҫмаларына яҙылыу буйынса тәүге өс төбәк иҫәбенә инде. Был хаҡта “Рәсәй Почтаһы” төбәк идаралығы директоры Ленард Шафиҡов белдерҙе. – “Рәсәй почтаһы” өсөн подписка – мөһим социаль функцияларҙың береһе. Кешеләрҙе мәғлүмәтле итеүгә шарттар булһын өсөн компания матбуғат баҫмаларына яҙылыуға ташламаларҙы һаҡлай, яҙылыу хаҡын кәметеү буйынса даими рәүештә акциялар уҙғара. Мәҫәлән, февраль башында икенсе ярты йыллыҡҡа ваҡытынан алда яҙылыу старт алды. Яратҡан баҫмаға былтырғы хаҡ буйынса яҙылырға мөмкин, - тине Ленард Шафиҡов. Был эштә Нәшриәт берләшмәһе менән үҙ-ара бәйләнештә эшләү ҙә йоғонто яһай. - Күп йылдар дауамында Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы беҙҙең ышаныслы партнер булып ҡала. Беҙ берлектәге акциялар уҙғарабыҙ. Улар гәзит һәм журналдарға яҙылыуҙы йәнләндерә, ҡыҙыҡһыныу уята, - тине идаралыҡ етәксеһе. - Күп йылдар дауамында Башҡортостан матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса лидер төбәккә инә икән, был - берлектәге