Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ныҡлап йылытамы?

Киләһе аҙнаға ниндәй һауа торошо көтә? Синоптиктар фаразынса, 24 февралдән 2 мартҡа тиклем көндәрҙең яҙғыса йылы тороуы көтөлә. 24 февралдә болотло, кискә ҡарай ҡар яуа. Көндөҙ -5...-7 градус һалҡын, төндә -10. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан, талғын. 25 февраль тәүлек әйләнәһенә һирәк-һаяҡ ҡар яуа. Һауа температураһы -6...-12 градустарҙа тирбәлә, ти синоптиктар. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын. 26 февраль болотло, яуым-төшөм күҙалланмай. Иртә менән -12 градусҡаса төшә, көндөҙ - -7...-9 градус. 27 февраль урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы -4...-10 градус. Ел төньяҡ-көнбайыштан иҫә. 28 февралдә шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы -9...-7, артабан көн үҙәгендә -2...-6 градус булыр тип күҙаллана. Киләһе ялдарҙа, 1 һәм 2 мартта, төндә һәм таң менән -7 градус һалҡын булһа, көндөҙ -2...-5 градус. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Бер иретеп, бер туңдыра, юлдарҙа боҙлауыҡ, һаҡ булығыҙ!