Найти в Дзене

Һалдат ваҡлыҡтарҙан өҫтөн

"Беҙ – ил һаҡсыһы!" конкурсының сираттағы бәйгесеһе – батыр һәм ҡыйыу егеттәребеҙ шикелле Инсаф Сафин әрме хеҙмәтендә булған. Ил алдындағы бурысын үтәүҙе ғорурлыҡҡа тиңләй. Ул Приморск крайының Уссурийск ҡалаһында (ракетчик) хеҙмәт иткән. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һәр егет армияға барырға тейеш. – Әрме хеҙмәте тормошомдоң бер өлөшө, уны нисек оноторға мөмкин, – тип һөйләй Инсаф Азамат улы. – Илде һаҡларға атлығып торҙоҡ, унан эҙ яҙҙырып йөрөү, ниндәй ҙә хәйләгә барыу уйыбыҙҙа ла булманы. Инсаф Сафин белдереүенсә, малайҙарҙы бәләкәйҙән Ватан һаҡсыһы итеп әҙерләү һәр йәһәттән дә отошло. Мәктәп был тәңгәлдә ҙур роль уйнарға тейеш. Шул осраҡта ғына илебеҙгә бер ниндәй ҙә дошман бәреп инә алмаҫ. Инсаф Сафин – Бөрйән тарафтарынан булһа ла, әсәһе тыуып үҫкән Мәсетле районын да үҙ итә, унда туғандарына барырға ашҡына, үҙ сиратында, уны ла унда һәр саҡ көтөп алалар. Ғөмүмән, армияла хеҙмәт иткәндәр тормошта үҙ урындарынан еңел һәм тиҙ таба. Әлеге геройым да хәҙер яратҡан һөнәре буйынса эшләй.

"Беҙ – ил һаҡсыһы!" конкурсының сираттағы бәйгесеһе – батыр һәм ҡыйыу егеттәребеҙ шикелле Инсаф Сафин әрме хеҙмәтендә булған. Ил алдындағы бурысын үтәүҙе ғорурлыҡҡа тиңләй. Ул Приморск крайының Уссурийск ҡалаһында (ракетчик) хеҙмәт иткән. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һәр егет армияға барырға тейеш. – Әрме хеҙмәте тормошомдоң бер өлөшө, уны нисек оноторға мөмкин, – тип һөйләй Инсаф Азамат улы. – Илде һаҡларға атлығып торҙоҡ, унан эҙ яҙҙырып йөрөү, ниндәй ҙә хәйләгә барыу уйыбыҙҙа ла булманы. Инсаф Сафин белдереүенсә, малайҙарҙы бәләкәйҙән Ватан һаҡсыһы итеп әҙерләү һәр йәһәттән дә отошло. Мәктәп был тәңгәлдә ҙур роль уйнарға тейеш. Шул осраҡта ғына илебеҙгә бер ниндәй ҙә дошман бәреп инә алмаҫ. Инсаф Сафин – Бөрйән тарафтарынан булһа ла, әсәһе тыуып үҫкән Мәсетле районын да үҙ итә, унда туғандарына барырға ашҡына, үҙ сиратында, уны ла унда һәр саҡ көтөп алалар. Ғөмүмән, армияла хеҙмәт иткәндәр тормошта үҙ урындарынан еңел һәм тиҙ таба. Әлеге геройым да хәҙер яратҡан һөнәре буйынса эшләй. Фото: Зөлфиә Сафина.