19 февралдә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында украин неонацистары енәйәте буйынса Халыҡ-ара йәмәғәт трибуналы докладының презентацияһы уҙҙы. Модератор булып Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе, Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының Рәсәй тарихы, тарихнамә һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы мөдире Рәмил Рәхимов сығыш яһаны. – Бөгөн беҙ был докладты ни өсөн презентациялайбыҙ? Йәмғиәт беҙҙең яугирҙәрҙең үҙ бурыстары булғанға махсус хәрби операцияла йөрөй тип уйламаһын өсөн. Улар нацизмға ҡаршы көрәшә һәм Украинаның тыныс, бер ниҙә лә ғәйепһеҙ граждандарын күпләп язалаған һәм үлтергән кешеләргә ҡаршы көрәшә, сөнки улар үҙ ерҙәренән китергә теләмәй, Рәсәй ғәскәрҙәренең килеүен көтә. Был хәлде күрһәтергә, уны документаль рәүештә теркәргә кәрәк. Яҙма һәм видео материал доклад өсөн башлыса ДХР һәм ЛХР халҡы тарафын