Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Эшҡыуарҙар өсөн яңы проекттар булдырылды

2025 йылда “Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы“ автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының “Минең бизнесым“ үҙәге төбәк эшҡыуарҙарына ярҙам итеү өсөн биш яңы башланғысты тормошҡа ашыра. Ҡатнашыусылар компетенцияларҙы үҫтереүгә һәм инвесторҙар менән диалог булдырыуға йүнәлтелгән бушлай сараларҙа ҡатнаша ала. Был ярҙам “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад“ милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. – Был башланғыстар “Минең бизнесым“ үҙәгенең сараларын тулыландырасаҡ һәм эшҡыуарҙарға уңышлы эшмәкәрлек өсөн кәрәкле ресурстарға инеүҙе тәьмин итәсәк. Ҡатнашыусыларға даими рәүештә онлайн һәм офлайн форматтарҙа үткәрелгән “Бизнес өсөн мөхит“, “Бизнес-диалог“, “Инвесторҙар клубы“ һәм башҡа проекттар тәҡдим ителә, – тине БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Мәҫәлән, “Бизнес өсөн мөхит“ проектына ярашлы эшҡыуарҙар төрлө тармаҡтарҙың алдынғы эксперттары менән аралаша һәм үҙ компетенцияларын үҫтерә ала, ә алынған белемдәр баҙарҙағы үҙгәр

2025 йылда “Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы“ автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының “Минең бизнесым“ үҙәге төбәк эшҡыуарҙарына ярҙам итеү өсөн биш яңы башланғысты тормошҡа ашыра. Ҡатнашыусылар компетенцияларҙы үҫтереүгә һәм инвесторҙар менән диалог булдырыуға йүнәлтелгән бушлай сараларҙа ҡатнаша ала. Был ярҙам “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад“ милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. – Был башланғыстар “Минең бизнесым“ үҙәгенең сараларын тулыландырасаҡ һәм эшҡыуарҙарға уңышлы эшмәкәрлек өсөн кәрәкле ресурстарға инеүҙе тәьмин итәсәк. Ҡатнашыусыларға даими рәүештә онлайн һәм офлайн форматтарҙа үткәрелгән “Бизнес өсөн мөхит“, “Бизнес-диалог“, “Инвесторҙар клубы“ һәм башҡа проекттар тәҡдим ителә, – тине БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Мәҫәлән, “Бизнес өсөн мөхит“ проектына ярашлы эшҡыуарҙар төрлө тармаҡтарҙың алдынғы эксперттары менән аралаша һәм үҙ компетенцияларын үҫтерә ала, ә алынған белемдәр баҙарҙағы үҙгәрештәргә яраҡлашырға һәм эшмәкәрлеккә инновацион алымдар индерергә ярҙам итәсәк. Төбәктә эшҡыуарлыҡ берләшмәһен булдырыу өсөн “Бизнес-диалог“ проекты тормошҡа ашырыла. Ул ғәмәлдәге эшҡыуарҙар һәм үҙ эшен асырға ниәтләүселәр араһында асыҡ осрашыуҙарҙы күҙ уңында тота. Тағы ла бер мөһим башланғыс – “Минең уңышлы бизнесым“ белем китапханаһы“ проекты. Уны Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм “Минең бизнесым“ үҙәге тормошҡа ашыра. “Киләсәк фабрикаһы“ коворкингында урынлашҡан башланғыс бизнес, идара итеү һәм үҙ-үҙеңде үҫтереү буйынса китаптарҙы үҙ эсенә ала. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары һәм “Минең бизнесым“ үҙәгенең буласаҡ саралары тураһында күберәк мәғлүмәтте Үҙәктең сайтында йәки +7 (347) 224-99-99 ҡыҙыу линия телефоны аша белергә мөмкин. Билдәле булыуынса, “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад“ (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: pravitelstvorb.ru