Республикала 2022-2024 йылдарҙа "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проектын (нацпроект "Туризм и индустрия гостеприимства") тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды. Быйылдан уның бурыстарын яңы, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты үтәй, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. "Дәүләт яғынан ярҙам туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирә, был, үҙ сиратында, бизнесты үҫтереү өсөн яңы юлдар аса һәм өҫтәмә эш урындары булдырыуға булышлыҡ итә", – тип билдәләй Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. 2022 йылдан алып милли проектты тормошҡа ашырыу барышында 177 эшҡыуарға 28 пляж ойоштороуға, 36 кемпинг асыуға һәм 52 башҡа төрлө эшмәкәрлеккә субсидиялар бирелгән. Шулай уҡ 61 урынға туристик ҡорамалдар һатып алыуға аҡса бүленгән. 97,2 гектар майҙанда навигация, заманса архитектура яҡтыртҡыстары һәм күҙәтеү майҙансыҡтары ҡуйылған. Республикала яңы бәләкәй архитектура формалары, мобиль сәхнәләр һәм туристик-мәғлүм