Вуз-ара кампус резиденты Өфө дәүләт нефть техник университетының йәштәр технопаркы мәктәп уҡыусылары өсөн яңы курстар һәм өҫтәмә белем биреү программалары ойошторҙо. Был саралар “Йәштәр һәм балалар” милли проектҡа ярашлы (национальный проект "Молодежь и дети”) башҡарылды. 2025 йыл башынан презентация ваҡытында уның менән Өфөнән 100-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министрлығы. Презентацияла ҡатнашыусыларға 3Д моделләү һәм 3Д баҫтырыу тураһында һөйләнеләр. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары башҡа бик күп яңылыҡтар белде. Ата-әсәләргә балаларын үҫтереү өсөн тура килгән программа һайлау тураһында мәғлүмәттәр еткерелде. - Республиканың мәғариф системаһының өҫтөнлөктәренең береһе профессиональ йүнәлеш биреү. Дәрестән тыш саралар циклы тормошҡа ашырыла, профминимум саралары уҙғарыла, профиль һәм предпрофиль кластарҙың төбәк стандарттары булдырыла. Әлеге системала өҫтәмә белем биреү программаһы ҙур роль уйнай. Был иһә мәктәп уҡыусыларының ижади потенциа