Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда республикабыҙ был проектта ҡатнашҡан иң әүҙем төбәктәрҙең береһе тип танылды. Ултыртылған ағастар һаны буйынса (2,25 миллион дана) Башҡортостан Рәсәй буйынса, Тверь һәм Ырымбур өлкәләренән генә ҡалышып, топ-3-кә инде. Дөйөм алғанда, акцияны үткәреүҙең биш йылында йөҙҙәрсә мең ирекмән донъяның 78 илендә 130 миллиондан ашыу ағас ултыртҡан. Еңеүҙең 80 йыллығында бөтә ил һәм ситтә “Хәтер баҡсаһы” акцияһының алтынсы миҙгелендә ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һәр кем иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртасаҡ. Традицион ағас ултыртыуҙы “Ватанды һаҡлаусылар йылына” ла бағышлаясаҡтар. Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Сад-памяти.рф сайтының интерактив картаһында кәрәкле төбәкте һайларға һәм уңайлы локацияла теркәлергә кәрәк. Кәрәкле инвентарь һәм ултыртыу материалы урында биреләсәк. Акцияла ҡатнашыусылар шулай уҡ үҙҙәренең ағастарын үҙҙәре ултырта, артабан проект картаһына локация өҫтәй ала. Акция Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы бу
Башҡортостан “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына ҡушыла
21 февраля 202521 фев 2025
1 мин