20 февралдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Йәштәр хөкүмәтенең III составына конкурс һайлауының финал этабы булды. Һайлап алыу Евразия фәнни-белем биреү үҙәге йортонда булды. Йәштәр хөкүмәте республикала 2019 йылдан эшләй һәм Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы консультациялар органы булып тора. Былтыр ноябрҙә ситтән тороп ойошторолған беренсе этапта кандидаттарҙан 80 заяка тапшырылды. Сарала ҡатнашыусылар, конкурста ҡатнашыу өсөн кәрәк булған мотлаҡ документтарҙан тыш, төбәк башҡарма власть органдары менән эш итеү буйынса үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итте. “Бөгөн башҡа профилле ведомстволарҙағы коллегаларыбыҙ менән 20 йәш һәм буласаҡ креатив идара итеүселәрҙе һайлайбыҙ. Улар йәштәр менән дәүләт власы органдары араһында үткәргес буласаҡ, йәштәр идеяларын алға этәсәк, республика үҫешенә булышлыҡ итәсәк проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡ”, - тип белдерҙе Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров. 2024 йылда Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәте Рәсәйҙә илдең Йәштәр