Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Федоровкала таҡмаҡсылар майҙан тотто

Хәйбулла районының Федоровка ауылы клубында төбәк -ара таҡмаҡ әйтеүселәр конкурсы бик күңелле һәм милләт-ара дуҫлыҡ мөхитендә ойошторолған. Мәҙәниәт усағында башҡорт, рус, татар һәм удмурт телдәрендә йыр-моңдар яңғыраған. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә «Айыҡ йырҙар» төбәк-ара таҡмаҡтар конкурсы үткән. Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән 100-ҙән ашыу ҡатнашыусы тамашасыларҙы үҙҙәренең таланттары менән ҡыуандырған. Рус, башҡорт, татар һәм удмурт телдәрендә айыҡлыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында ҡыҙыу таҡмаҡтар яңғыраған. Ырымбур өлкәһенең Уртазым ауылынан ҡунаҡтар традицион казак йырҙарын башҡарып, сараны тағы ла үҙенсәлекле иткән. Музыкаль программаға ҡатнашыусылар тәҡдим иткән милли ризыҡтар, ҡулдан эшләнгән әйберҙәр һәм биҙәүестәр күргәҙмәләре барыһын таң ҡалдырған. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Федоровка ауылы быйыл республикала "Айыҡ ауыл" конкурсында район данын яҡлай. Федоровка ауылына халҡына мәртәбәле бәйгелә еңеп сығыуҙарын теләйбеҙ. Фото: "Хә

Хәйбулла районының Федоровка ауылы клубында төбәк -ара таҡмаҡ әйтеүселәр конкурсы бик күңелле һәм милләт-ара дуҫлыҡ мөхитендә ойошторолған. Мәҙәниәт усағында башҡорт, рус, татар һәм удмурт телдәрендә йыр-моңдар яңғыраған. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә «Айыҡ йырҙар» төбәк-ара таҡмаҡтар конкурсы үткән. Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән 100-ҙән ашыу ҡатнашыусы тамашасыларҙы үҙҙәренең таланттары менән ҡыуандырған. Рус, башҡорт, татар һәм удмурт телдәрендә айыҡлыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында ҡыҙыу таҡмаҡтар яңғыраған. Ырымбур өлкәһенең Уртазым ауылынан ҡунаҡтар традицион казак йырҙарын башҡарып, сараны тағы ла үҙенсәлекле иткән. Музыкаль программаға ҡатнашыусылар тәҡдим иткән милли ризыҡтар, ҡулдан эшләнгән әйберҙәр һәм биҙәүестәр күргәҙмәләре барыһын таң ҡалдырған. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Федоровка ауылы быйыл республикала "Айыҡ ауыл" конкурсында район данын яҡлай. Федоровка ауылына халҡына мәртәбәле бәйгелә еңеп сығыуҙарын теләйбеҙ. Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре"