Кесе лейтенанттың күкрәге тулы миҙал Азат Миңлеғәлиев өсөн бер ҡаршылыҡ та, бер кәртә лә юҡ кеүек. Ҡурҡыу тигән нәмәне бөтөнләй тиерлек белмәй. Һуң, батыр егетебеҙ Сүриәләге боланы үткәргән, Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. – Кескәй саҡтан уҡ хәрби булырға хыялландым, – тип һөйләй сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районынан булған Азат Иршат улы. – Хәрби кинолар ҡарарға яраттым, улар тураһында күпме китап уҡығанмын, һанап бөтөрөрлөк түгел. Әлбиттә, хәрбиҙәрҙең көслө һәм батыр икәндәрен белеп, физик күнекмәләр яһай торғайным, сынығыуҙы ла онотманым. Яҡташыбыҙ Ишембай ҡалаһындағы кадет корпусында уҡыған, ил алдындағы бурысын үтәү маҡсатында армияла хеҙмәт иткән. Унан инде контракт нигеҙендә әрме хеҙмәтен дауам иткән. Азат Миңлеғәлиевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, ир-аттың иң төп бурысы – Ватанын һаҡлау. Был донъяла иң ҙур һөйөнөсө – ғаиләһе, һөйгән кәләше Элиза һәм ай үҫәһен көн үҫкән улы Замир. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.