Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Смаҡтар көрәшселәре менән лайыҡлы ғорурлана

Физик активлыҡ, көс, һәләт, сыҙамлыҡ, тактик уйлауҙы берләштергән көрәш борондан килгән спорт төрө һанала. Башҡортостан – көрәш буйынса танылыу алған спортсыларҙың тыуған ере. Йүнәлеш биреүсе тренерҙар, яҡшы мәктәптәр булғанлыҡтан, был спорт төрө республикала бик популяр. Яңыраҡ Борай районында 13-14,15-16 йәшлек үҫмерҙәр араһында уҙған Башҡортостан республикаһы беренселегендә 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашыуы шуға дәлил. Мәләүездәр көрәшселәре, уларҙы тәрбиәләгән тренерҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Илмир Юлмөхәмәтов Башҡортостанда иң көслө тренерҙарҙың береһе иҫәпләнә. Ул - бер донъя, һигеҙ Рәсәй чемпионын тәрбиәләгән, республика буйынса чемпион титулын алғандарҙың иҫәбе юҡ, тағы донъя чемпионатына бер призер бар. Бәләкәй генә Смаҡ ауылы халҡы өсөн ғорурланып һөйләрлек күренеш был. Февраль урталарында Борай районында уҙған ярышта Мәләүез ҡалаһының йыйылма командаһы иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Илмир Юлмөхәмәтовтың тәрбиәләнеүселәре Илназ Зөбәйеров, Асҡар Шәйәхмәтов һәм Ибраһим Одинаев был ярыштарҙа – беренсе, Илмир Тимерғәлин икенсе урын яулаған. Үҫмерҙәр өс тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы, берәр тапҡыр Рәсәй Федерацияһы чемпионы исеменә лайыҡ. Илназ Смаҡ ауылы мәктәбендә, Асҡар менән Ибраһим ҡаланың 9-сы башҡорт гимназияһында 9-сы класта белем ала. Дәрестән һуң Ергән спорт мәктәбе филиалы һаналған Смаҡ ауылы мәктәбе спорт залында шөғөлләнә. “Спортсыларҙың уңышына булышлыҡ итеүҙә тренерҙың роле ҙур. Илмир Әхтәм улы спортсыларҙы физик һәм психологик яҡтан әҙерләп кенә ҡалмай, һәләтен үҫтерә, дисциплина һәм тәртипкә, ҡурҡмаҫҡа, еңелеүҙәргә бирешмәҫкә өйрәтә. Ҡасандыр көрәш менән шөғөлләнгән ауылдаштар йыйылып, тренажерҙар һатып алып бирҙе”, - ти атай-әсәйҙәре. Рәсәй беренселегенә үткәрелгән һайлап алыу ярыштары һөҙөмтәһендә Илназ Зөбәйеров, Асҡар Шәйәхмәтов, Ибраһим Одинаев Рәсәй Федерацияһы беренселегендә ҡатнашыу өсөн республика йыйылма командаһы составына индерелде. Спортсыларҙы һәм тренер Илмир Әхтәм улын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлап, яңы үрҙәргә өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ!