Һарт-Лабау ауылында йәшәгән ҡатын 2023 йылдың аҙағында МХО-ға юлланырға ҡарар итә. Уның позывнойы “Лилу”. Яҡташыбыҙ билдәләүенсә, махсус хәрби операция башланыу менән ул хеҙмәт итергә китергә ҡарар итә. Тәүҙә ҡыймай, әммә үҙенең тупланған тәжрибәһе бай булыуын аңлай: ковид башланыу менән ул был ауырыуға ҡаршыт орған госпиталдә эшләй. Һөнәрендә тупланған оҫталыҡ яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәген яҡшы аңлай ул. - Хәрби хәрәкәт барған ер хәүефле икәнен һәйбәт аңайым. Ковид менән ауырығандарҙы ҡарағанда уларға ни тиклем ҡыйын икәнен, ауыртыныуҙарын күрҙем. Шул уҡ ваҡытта ни тиклем генә ҡыйын булмаһын, кешенең йәшәүгә ынтылыуын да үҙ күҙем менән күрҙем, - тип һөйләй йәш ҡатын. Бер нисә айҙан “Лилу”ның тормош иптәше лә МХО-ға юлланырға була. Уның позывнойы “Мастер”. Слесарь-монтажник булып эшләгән ир хәҙер госпиталдә өлкән санитар. “Беҙҙең бурыстар төрлө, шуға бик һирәк күрешәбеҙ. Ялһыҙ эшләйбеҙ. Хеҙмәтебеҙ хәүефле һәм ауыр булыуға ҡарамаҫтан, күпме файҙа килтергәнен һөйләп а