Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Майор йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләй

Сығышы менән Бөрйән районынан булған хәрби хәрәкәттәр ветераны Олег Ғәлиев белдереүенсә, бөгөн йәш буыуын күңелендә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү – иң мөһим бурыстарҙың береһе. Ул - мәктәп уҡыусылары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған, махсус хәрби операция биләмәһендә булған һалдаттарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәткән "Бөркөт" йәмәғәт ойошмаһының рәйесе. Олег Марс улы армияла флотта хеҙмәт иткән, ундағы комсомол ойошмаһының етәксеһе итеп һайланған. Армиянан ҡайтҡас, төрлө урындарҙа эшләгән, исем-шәрифе һәр ваҡыт алдынғылар исемлегенә индерелгән. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ милиция отряды менән Чечен Республикаһында контракт нигеҙендә хеҙмәт юлын дауам иткән. – Ҡыҙыу нөктәнән ҡайтҡас, тормошҡа ҡарашым ныҡ үҙгәрҙе, илебеҙгә хеҙмәт итеүҙе һәм ирҙәр араһындағы дуҫлыҡты һәм теләктәшлекте яңыса баһалай башланым, – тип һөйләй майор Олег Ғәлиев. – Төрлө урында үткән осрашыуҙарға йыш саҡыралар, унда олоһо ла, кесеһе лә бар. Физик яҡтан сәләмәт һәм белемле йәштәрҙең буй еткереүенә ҡыуанысым сикһеҙ. Мыҡты кәүҙәле ҡыйыу малайҙар үҫә, бына шундайҙар ысын ил һаҡсылары ла инде. Ғорурланам! Фото: Дилбәр Ишморатова.