Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Чемпион балаларҙы дәртләндерҙе

“Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) һәм “Орленок-Спортсмен” трегы маҡсаттарына ярашлы, Башҡортостандың Тәтешле районы Аҡсәйет ауылы мәктәбендә 1-2 класс уҡыусылары еңел атлетика буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Нәсибулла Хөснуллин менән осрашты. Нәсибулла Хәбибулла улы үҙенең спорт донъяһындағы һоҡланғыс тәжрибәһе һәм ҡаҙаныштары, шул иҫәптән иң абруйлы марафондарҙа һәм 100 километрға йүгереүҙәрҙә ҡатнашыуы менән уртаҡлашты. Үҙенең 62 йәшендә ул Рәсәйҙең һәм Европаның иң бейек түбәһе Эльбрусты яулай алды. Уның бейеклеге диңгеҙ кимәленән 5642 метр тәшкил итә. Осрашыуҙа спортсы үҙенең ҡаҙаныштары, Олимпия уйындарында ҡатнашыуы һәм Эльбрусты яулап кисергән онотолмаҫлыҡ тойғолары хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Уҡыусылар уның спорт карьераһы хаҡында хәтирәләр менән һуғарылған миҙалдарын, билдәләрен һәм альбомдарын ҡарай алды. “Беҙ мәктәбебеҙҙе тамамлаусы – Хөснуллин Нәсибулла Хәбибулла улы менән ғорурланабыҙ! Уҡыусыларға үҙҙәренең булмышын табыуҙарын, тормошта мауығыуҙарын һәм һәр саҡ ҡуйылған маҡсаттарына ынтылыуҙарын теләйем. Был осрашыу йәштәрҙе спорттағы һәм дөйөм тормоштағы ҡаҙаныштарға дәртләндерҙе”, - тип билдәләне Аҡсәйет ауылы мәктәбе ҡарамағындағы “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәге етәксеһе Әҡлимә Лоҡманова. Фото: Тәтешле районы хакимиәте.