Белорет районының Олойылға ауылында Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына бағышланған “Бәйге” башҡорт күпбәйгеһе уйындары үткәрелде. Был ярыш Ишле ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Даньянов башланғысында инде икенсе тапҡыр уҙғарыла. Ҡунаҡтарҙы олойылғалар йыр-моң менән ҡаршыланы. Тәүҙе Ватан һаҡсыларына, Афған һуғышы һәм һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр батырлығына бағышланған тантаналы сарала үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Ғәлийәнова, Ишле ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Данъянов сығыш яһаны. “Бәйге” башҡорт күпбәйгеһендә биш ир-егеттәр торған командалар ярышты. Әйткәндәй, был уйындар көс талап ителгән күпбәйге һәм традицион уйындар дициплинаһынан тора. Ул