Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнән бер ҡатын биржала сауҙа итеү өсөн телефонына мутлашыусылар ҡушымтаһын урынлаштырған. Ялған брокерҙар етәкселегендә ул үҙ иҫәбенә ҙур суммалар күсергән. Аҡсаһын алырға теләгәндә, был эш барып сыҡмаған, һәм ул мутлашыусылар ҡулына эләгеүен аңлаған. 29 йәшлек ҡатын бурысҡа батҡан - 3,5 миллион һумын юғалтҡан. Күпме иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, кешеләр һаман булһа мутлашыусылар тоҙағына эләгә, аҡсаларын ситкә “осора”. Республикала бер тәүлектә генә мутлашыусыларҙан күргән зыян биш миллион һумдан артып киткән. Нәсих Хәлисов фотоэтюды.