Найти в Дзене

Алты йыл эсендә 806 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән

2019 йылдан Башҡортостан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Программаны алты йыл дауамында тормошҡа ашырыуҙа дөйөм суммаһы 8,2 миллиард һум тәшкил иткән 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Был хаҡта төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә. Республикала, атап әйткәндә, 248 парк һәм сквер, 246 йәйәүлеләр зонаһы һәм аллеяһы, 52 майҙан, 84 яр буйы һәм 176 башҡа йәмәғәт киңлеге яңыртылған. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектында 8 маҡсатлы күрһәткес ҡаралған. Башҡортостан бөтә маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшкән. 2024 йылда дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һум тәшкил иткән 123 йәмәғәт майҙансығы төҙөкләндерелгән. Республиканың барлыҡ 63 муниципаль берәмегендә лә эштәр башҡарылған. 2024 йылда федераль проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәләре һаны буйынса беренсе урынды биләй. 2025 йылдан Башҡортостандың Торл

2019 йылдан Башҡортостан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Программаны алты йыл дауамында тормошҡа ашырыуҙа дөйөм суммаһы 8,2 миллиард һум тәшкил иткән 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Был хаҡта төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә. Республикала, атап әйткәндә, 248 парк һәм сквер, 246 йәйәүлеләр зонаһы һәм аллеяһы, 52 майҙан, 84 яр буйы һәм 176 башҡа йәмәғәт киңлеге яңыртылған. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектында 8 маҡсатлы күрһәткес ҡаралған. Башҡортостан бөтә маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшкән. 2024 йылда дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һум тәшкил иткән 123 йәмәғәт майҙансығы төҙөкләндерелгән. Республиканың барлыҡ 63 муниципаль берәмегендә лә эштәр башҡарылған. 2024 йылда федераль проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәләре һаны буйынса беренсе урынды биләй. 2025 йылдан Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы “Тормош өсөн инфраструктура” яңы милли проекты сиктәрендә ҡала мөхите сифатын яҡшыртыу, коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөү һәм капиталь ремонтлау буйынса эште дауам итә. Быйыл Башҡортостанда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса 94 йәмәғәт майҙанын төҙөкләндереү планлаштырыла. Республика муниципаль райондарының административ үҙәктәрендәге йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Билдәле булыуынса, “Тормош өсөн инфраструктура “ (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: gtrk.tv