2024 йылда Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия белем биреү үҙәгендә йәштәрҙең 10 лабораторияһы булдырылған. Был турала Башҡортостандың фәнни –белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы” белдерә. Йәштәр лабораторияһы академик мөхитте һөҙөмтәле үҫтереүҙең яңы нөктәләре. Улар “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Наука и университеты”) булдырылған. Лабораторияларҙың эшмәкәрлеге стратегик бурыстарҙы үтәүгә нигеҙләнә, үҫеш программалары тарафынан реаль производство менән ныҡлы фән кооперацияһын булдырыу күҙаллана. Йәш ғалимдар коллективы биш кешенән артмай. Ә йәштәр лабораторияһының һәр фәнни коллектив башында ғилми дәрәжәһе булған, 39 йәштән дә оло булмаған ғилми етәксе тора. -Лабораторияларҙың эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе һоҡландыра. Беҙҙең йәш ғалимдарҙың тикшеренеү эшмәкәрлегендә тәжрибәләре ҙур булмаһа ла, һиҙелерлек уңыштарға өлгәштеләр. Лабораториялар эшләү дәүеренең тәүге йылында уҡ индустриаль партнерҙар менән килешеүҙәр төҙөнө. Был ысынлап та бик