Найти в Дзене

Ришат Төхвәтуллин: "Мин - эгоист. Үҙем өсөн генә йәшәнем"

Ришат Төхвәтуллин өйләнмәгән егеттәргә мөрәжәғәт иткән. Йырсы егеттәрҙең өйләнеп, атай булыу менән, тормоштарында ниндәй үҙгәрештәр көтөүе хаҡында “киҫәтә”. “Буйҙаҡ егеттәргә бағышлана. Балағыҙ тыуғас, һеҙҙә лә минеке кеүек хистәр буласаҡ. Балағыҙ һулай торған һауа таҙа булһын өсөн һеҙ ҙә саң һөртәсәкһегеҙ. Уның беренсе йылмайыуҙарын күреп шатланыуҙар, оҙағыраҡ тын алмай торһа, борсолоуҙар... Хеҙмәтегеҙ ҙә балағыҙ өсөн буласаҡ. Тормошоғоҙҙоң бар мәғәнәһе балала буласаҡ. Мин үҙем – эгоист. Мин үҙем өсөн генә йәшәй инем, ә хәҙер улым өсөн йәшәйем. Улым тыуғандан бирле хатта ситтәрҙе лә яҡын итәм. Улымды бик яратам һәм уны нисек тәрбиәләрмен тип борсолам. Ҡайһы ваҡытта асыуланырға ла кәрәк буласаҡ бит, тик бер ҙә асыуланаһы килмәй. Бәхетең булһын, улым!” – тип яҙған Ришат үҙенең хистәре тураһында социаль селтәрҙә. Фото: Ришат Төхвәтуллиндың шәхси арихивынан.