Минскиҙа «Ляці, мая страла!» («Ос, уғым!») китабы донъя күрҙе. Белорус телендә баҫылған башҡорт шиғриәте антологияһына Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим әҫәрҙәре менән бер рәттән, заманыбыҙҙың билдәле ҡәләм оҫталары Рәшит Шәкүр, Гөлфиә Юнысова, Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәримов, Марсель Сәлимов, Хәсән Назар, Рауил Шаммас, Гүзәл Ситдыҡова, Гөлнур Яҡупова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Әнисә Таһирова, Йомабикә Ильясова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Алмас Шаммасов, Гөлназ Ҡотоева, Светлана Чураева һәм башҡаларҙың шиғырҙары тупланған. «Башҡортостан һәм Беларусь республикаларының ижади йәштәре араһында хеҙмәттәшлектең үҫеүе бик ҡыуаныслы, — тип яҙҙы үҙенең инеш һүҙендә Беларусь Яҙыусылар союзы рәйесе Алесь Карлюкевич. — Белорус теленә тәржемә ителгән хәҙерге башҡорт прозаһы антологияһын баҫмаға әҙерләйбеҙ. Һис шикһеҙ, башҡа ижади башланғыстар ҙа тормошҡа ашырылыр, улар белорус уҡыусыларын башҡорт яҙыусыларының билдәле хеҙмәттәре менән таныштырыр.
Белоруссияла Башҡорт шиғриәте антологияһы донъя күрҙе
27 февраля 202527 фев 2025
~1 мин