Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Баш ҡалабыҙ тураһында фильмдар сыҡты

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Беренсе Башҡорт кинокампусы барышында төшөрөлгән ике ҡыҫҡа метражлы фильм күрһәтелде. «Һуңғы интервью» һәм «Иҫтәлеккә бүләк» исемле картиналар былтыр Өфөлә төшөрөлгән. Кино төшөрөүҙә кинокампус студенттары, шулай уҡ был индустрия оҫталары ҡатнашты. Проектты Президенттың Мәҙәни башланғыстар фонды булышлығында «Быуын» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм Катрина-Ҡарлуғас Дүшәнбаева студияһы тормошҡа ашырҙы. «Һуңғы интервью» – комедия элементтары ҡушылған социаль драма, ул Өфөнән Мәскәүгә күсергә хыялланған йәш журналист тураһында һөйләй. Өлкән йәштәге яңғыҙ ҡатын менән осрашыуы уларҙың икеһенең дә тормошон ҡырҡа үҙгәртә. Фильм баш ҡалабыҙ тарихы менән тығыҙ бәйле һәм ғаилә ҡиммәттәре, быуындар араһындағы мөнәсәбәттәге ҡытыршылыҡтар хаҡында һөйләй. «Иҫтәлеккә бүләк» таҫмаһы ижади күңелле ҡыҙ, уның кисерештәре, рәнйеүҙәре һәм быуындан быуынға тапшырыла килгән аңлашмаусанлыҡ тураһында һөйләй. Фильм атайҙар һәм балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең мөһим

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Беренсе Башҡорт кинокампусы барышында төшөрөлгән ике ҡыҫҡа метражлы фильм күрһәтелде. «Һуңғы интервью» һәм «Иҫтәлеккә бүләк» исемле картиналар былтыр Өфөлә төшөрөлгән. Кино төшөрөүҙә кинокампус студенттары, шулай уҡ был индустрия оҫталары ҡатнашты. Проектты Президенттың Мәҙәни башланғыстар фонды булышлығында «Быуын» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм Катрина-Ҡарлуғас Дүшәнбаева студияһы тормошҡа ашырҙы. «Һуңғы интервью» – комедия элементтары ҡушылған социаль драма, ул Өфөнән Мәскәүгә күсергә хыялланған йәш журналист тураһында һөйләй. Өлкән йәштәге яңғыҙ ҡатын менән осрашыуы уларҙың икеһенең дә тормошон ҡырҡа үҙгәртә. Фильм баш ҡалабыҙ тарихы менән тығыҙ бәйле һәм ғаилә ҡиммәттәре, быуындар араһындағы мөнәсәбәттәге ҡытыршылыҡтар хаҡында һөйләй. «Иҫтәлеккә бүләк» таҫмаһы ижади күңелле ҡыҙ, уның кисерештәре, рәнйеүҙәре һәм быуындан быуынға тапшырыла килгән аңлашмаусанлыҡ тураһында һөйләй. Фильм атайҙар һәм балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең мөһим яҡтарын күтәрә, әммә шул уҡ ваҡытта ҡараңғылыҡты яҡтылыҡ алмаштырырына ышаныс та бирә. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова киноны тәүләп ҡараусылар араһында булды. Ул фильмдарҙың ижади төркөмөнә мөһим темаларға тотонғандары өсөн рәхмәт белдерҙе, үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Беренсе Башҡорт кинокампусында төшөрөлгән киноларҙы ғаилә менән бергәләп ҡарарға мөмкин, уларҙы кинокампустың “Бәйләнештә"ге төркөмөндә: https://vk.com/ufa.cinema табырға була. Фотолар: vk.com/ufa.cinema