Әсәлек капиталы программаһын 2030 йылға тиклем оҙайттылар. Ош хаҡтағы законды Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул иткән. Быға тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин әсәлек капиталы программаһын 2030 йылдың 31 декабренә тиклем оҙатыу тәҡдиме менән сығыш яһағайны. “Әсәлек камиталы программаһы 2026 йыл башына тиклем ғәмәлдә. Уны кәмендә 2030 йылға тиклем оҙайтырға кәрәк”, - тигәйне Владимир Путин Рәсәйҙең Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда. Әйткәндәй, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1 марттан әсәлек капиталын (эскроу-иҫәпте ҡулланып) төҙөлөш подряды килешеүе буйынса шәхси йорт һалыу өсөн файҙаланырға рөхсәт биргән ҡарарына ҡул ҡуйылды. Бындай иҫәптәр менән эш өсөн хаҡы төҙөлөш тамамланғас ҡына күсерелә, был иһә подрядты намыҫлы башҡарыуҙы тәьмин итә. Әлеге ваҡытта йорт һатып алыу йәки уны реконструкциялау өсөн әсәлек капиталын файҙаланған ғаиләләрҙең дөйөм һаны 9,5 миллиондан ашыу тәшкил иткән. Уларҙың өстән бер өлөшө бының өсөн кредит алмаған,