– Әҫәрҙе тетрәнеп, һыҙланып яҙҙым, сөнки бөтәһен дә үҙем барып күрҙем. Һалдаттар менән сәғәттәр буйы блиндаждарҙа, окоптарҙа, яу яландарында һөйләшеп ултырҙым. Күңелдәренә инеп һөйләшкәс, холоҡтарын да, нимә уйлағандарын һәм кисергәндәрен дә беләм. Бер уйлаһаң, белгән теманы яҙыуы еңел булырға тейеш кеүек, әммә шул тойғоларҙы яңынан кисереүе ауыр булды. Илай-илай яҙғас, хәҙер ҡарарға ҡурҡыңҡырап торам. Репетицияларға бармауым да шуға бәйле. – Махсус хәрби операцияға һәм яугирҙәргә арналған очерктарығыҙ, юлъяҙмаларығыҙ халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, һәр өлөшөн матбуғат биттәренән һәм интернет селтәренән көтөп алып уҡынылар. Ҡатмарлы теманы икенсе жанрҙа яҡтыртыуға нимә этәрҙе? – Үҙ тарихыбыҙҙы үҙебеҙ нисек бар шулай яҙырға һәм күрһәтергә тейешбеҙ, сөнки башҡа илдәр юрғанды үҙҙәренә ҡарай тартырға ярата. Ә мин алдашмайынса яҙҙым, ҡабартманым. Нисек бар, шулай. Махсус хәрби операция башланған осорҙа уға халыҡтың ҡарашы төрлөсә булды. Спектакль ошо йәһәттән дә тамашасыға күп һорауҙарға дөрө