Былтыр Башҡортостанда йәшәүсе 160 меңдән ашыу кеше “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура һәм спорт комплексы нормативтарын уңышлы тапшырҙы. Комплекс “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ҡарай. Был мәғлүмәттәр тураһында Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Нормативтарҙы тапшырыу уңайлы булһын өсөн төбәктә 65 махсуслашҡан тест биреү үҙәктәре бар. Мәҫәлән, уларҙың икәүһе Бөрө районында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан. Башҡортостанда ГТО (“Спортҡа һәм оборонаға әҙер”) төбәк операторы Өфөләге Ө. Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә урынлашҡан. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов ГТО комплексының мөһимлеге тураһында белдерҙе. “Был комплекс физик йәһәттән ныҡ һәм сәләмәт йәмғиәтте тәрбиәләргә, йәш спортсылар араһында һәләтлеләрҙе асыҡларға, Тыуған илебеҙ өсөн көслө һәм сыҙамлы һаҡсыларҙы әҙерләргә, өлкән йәштәгеләрҙе әүҙем спорт тормошона йәлеп итергә булышлыҡ итә. “Демография” милли проектының (национальный проект “Деморгафия”) “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты Рәсәй халҡының әүҙем һәм сәләмәт тормошо өсөн мөмикинлектрҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Был проектҡа ярашлы, стадиондарҙы, күп функциялы комплекстарҙы һәм спорт мәктәптәрен үҙгәртеп ҡороу, йыһазландырыу һәм төҙөү ҡаралған. Проект 2019 – 2024 йылдарҙа ғәмәлгә ашырылды. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән яңыртылған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланды. Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы.