Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Үлән ашап үҫкәнгә лә ныҡ булғанбыҙҙыр

65 йыл бергә ғүмер иткән күркәм пар Бишбүләк районынына эш сәфәребеҙ мәлендә балалыҡ осоро һуғыш йылдарына тура килгән Люциә һәм Тимербулат Мырҙахановтар менән танышыу форсаты тейҙе. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылаған йылда улар менән күрешеү айырыуса иҫтәлекле булды. Ошо райондың Аҙнай ауылында тыуып, ғүмер буйы йәнтөйәктәренә хеҙмәт итеп йәшәй улар. - Беҙ - класташтар. Түбәнге остан Үрге осҡа килен булып төштөм, - ти Люциә Шәмсетдин ҡыҙы. Икеһенең дә атайҙары Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Шуға атайһыҙ үҫеүҙең ҡыйынлыҡтарын да татый улар. - Һуғыш йылдарында мәктәптән сығабыҙ ҙа Өйәҙе йылғаһы буйына утынға талға китә торғайныҡ. Ул тал күпкә етмәй, сей, янмай интектерә торғайны, - тип хәтерләне 86 йәшлек Тимербулат Әхмәткирәй улы. Өҫкә кейергә кейем, ашарға ризыҡ наҡыҫ булһа ла, рухи яҡтан көслө булыуҙарын да хәтергә алды оло быуын. “Ауылда клуб һәр ваҡыт асыҡ булды, өлкәнерәктәр эстә, беҙ ялан аяҡ ҡапҡа төбөндә таҡмаҡ әйтеп бейей инек”, - тип иҫләнеләр. - Апайым Боголюбовка ауыл

65 йыл бергә ғүмер иткән күркәм пар Бишбүләк районынына эш сәфәребеҙ мәлендә балалыҡ осоро һуғыш йылдарына тура килгән Люциә һәм Тимербулат Мырҙахановтар менән танышыу форсаты тейҙе. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылаған йылда улар менән күрешеү айырыуса иҫтәлекле булды. Ошо райондың Аҙнай ауылында тыуып, ғүмер буйы йәнтөйәктәренә хеҙмәт итеп йәшәй улар. - Беҙ - класташтар. Түбәнге остан Үрге осҡа килен булып төштөм, - ти Люциә Шәмсетдин ҡыҙы. Икеһенең дә атайҙары Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Шуға атайһыҙ үҫеүҙең ҡыйынлыҡтарын да татый улар. - Һуғыш йылдарында мәктәптән сығабыҙ ҙа Өйәҙе йылғаһы буйына утынға талға китә торғайныҡ. Ул тал күпкә етмәй, сей, янмай интектерә торғайны, - тип хәтерләне 86 йәшлек Тимербулат Әхмәткирәй улы. Өҫкә кейергә кейем, ашарға ризыҡ наҡыҫ булһа ла, рухи яҡтан көслө булыуҙарын да хәтергә алды оло быуын. “Ауылда клуб һәр ваҡыт асыҡ булды, өлкәнерәктәр эстә, беҙ ялан аяҡ ҡапҡа төбөндә таҡмаҡ әйтеп бейей инек”, - тип иҫләнеләр. - Апайым Боголюбовка ауылы яғынан баҫыуҙан ҡышлаған туң бәрәңге алып ҡайта ине лә, шуны көлсә итеп тә, он ҡушып икмәк итеп тә бешереп ашай инек. Балтырғанды урмандан күпләп алып ҡайта торғайныҡ. Үләнде әҙ ашаманыҡ инде. Шуға ла ныҡ булғанбыҙҙыр, - ти Люциә апай. Ауырлыҡтарҙы күп татыһалар ҙа, тормоштоң ҡәҙерен белеп лайыҡлы ғүмер итәләр. Люциә апай тәүҙә һауынсы, унан һуң 26 йыл һатыусы булып эшләй. Тимербулат ағай 40 йыл механизатор булып хеҙмәт итә. Уларҙың намыҫлы хеҙмәтен данлаған Почет грамоталары әле лә ул йылдарҙың ҡәҙерле иҫтәлеге булып һаҡлана. Мырҙахановтар тураһында тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ. Автор фотоһы.