Бөгөн көндөҙ Краснокама районында, Ташҡын – Иҫке Ураҙа автомобиль юлының 4-се километрында ҡурҡыныс авария теркәлде, тип белдерҙеләр Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһында. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “ВАЗ-2107” автомобилендә – Томск өлкәһендә йәшәгән 19 йәшлек егет ултырған, ә “КамАЗ”ға 54 йәшлек ир идара иткән. Еңел машина менән йөк машинаһы ҡапма-ҡаршы бәрелешә. Һөҙөмтәлә 19 йәшлек водитель ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Еңел машинаның ике пассажиры – Яңауыл районынан. Уларға шулай уҡ 18 һәм 19 йәш булған. Егеттәр төрлө дәрәжәләге ауыр йәрәхәттәр алған. “Семерка”лағы кешеләрҙе ҡотҡарыусылар махсус ҡорамалдар ярҙамында саҡ сығарған. Улар Нефть университетының Нефтекама ҡалаһындағы филиалында белем алған, тиелә. Әле ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана. Фото: МЧС.