Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Бауырымды үҙем дауаланым", ти ул

...Һәм кис буйы ыҙалап ауырып сыҡтым. Йәш саҡтағы ашамлыҡтар хәҙер ярамай ҙа икән. Бына Рәзилә Йәмәлиева ла шул турала яҙа. "Майлы, тоҙло, әсене, ҡыҙҙырылғанды яратыусылар аҙаҡҡа табан һаулығына зарлана башлай бит. Мин дә шулай тәмле ашай торғас, бауыр ыҙалата башланы бер мәл. Организмды таҙарта торған рецептар күп, тик йыбандыра эшләргә. Шунан быйыл ҡыш, үҙемде ҡулға алып, бауырҙы таҙартып ҡарарға булдым. Бер гәзиттән еңел рецебын да таптым. Аптеканан һатып алынған һолоно, өс литрлыҡ банкаға оло ҡалаҡ менән бер аш ҡалағы йыуып һалып (өйөп һалып), йыуғанда өҫкә йөҙөп сыҡҡан буштарын түгәм, тултырып һыу ҡойорға. Һыулы банканы һыу һалынған ҙур кәстрүлгә ҡуйып, ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнап ултырғанда тәүҙә һоло өҫкә ҡалҡа, аҙаҡ ҡайнай-ҡайнай аҫҡа төшөп ултыра. Шунан банканы алып, һыуытып, һөҙөргә кәрәк. Был төнәтмәне көн һайын ас ҡарынға бер сынаяҡ эсергә кәрәк. Һыуытҡыста һаҡлайым. Ике банка эскәндән һуң, өс аҙна ял итергә, аҙаҡ тағы берҙе ҡабатларға. Мин шулай итеп эсә башлағандан һуң, күҙ

...Һәм кис буйы ыҙалап ауырып сыҡтым. Йәш саҡтағы ашамлыҡтар хәҙер ярамай ҙа икән. Бына Рәзилә Йәмәлиева ла шул турала яҙа. "Майлы, тоҙло, әсене, ҡыҙҙырылғанды яратыусылар аҙаҡҡа табан һаулығына зарлана башлай бит. Мин дә шулай тәмле ашай торғас, бауыр ыҙалата башланы бер мәл. Организмды таҙарта торған рецептар күп, тик йыбандыра эшләргә. Шунан быйыл ҡыш, үҙемде ҡулға алып, бауырҙы таҙартып ҡарарға булдым. Бер гәзиттән еңел рецебын да таптым. Аптеканан һатып алынған һолоно, өс литрлыҡ банкаға оло ҡалаҡ менән бер аш ҡалағы йыуып һалып (өйөп һалып), йыуғанда өҫкә йөҙөп сыҡҡан буштарын түгәм, тултырып һыу ҡойорға. Һыулы банканы һыу һалынған ҙур кәстрүлгә ҡуйып, ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнап ултырғанда тәүҙә һоло өҫкә ҡалҡа, аҙаҡ ҡайнай-ҡайнай аҫҡа төшөп ултыра. Шунан банканы алып, һыуытып, һөҙөргә кәрәк. Был төнәтмәне көн һайын ас ҡарынға бер сынаяҡ эсергә кәрәк. Һыуытҡыста һаҡлайым. Ике банка эскәндән һуң, өс аҙна ял итергә, аҙаҡ тағы берҙе ҡабатларға. Мин шулай итеп эсә башлағандан һуң, күҙ теймәһен, хәлем күҙгә күренеп яҡшырҙы. Атлаған саҡта әсетеп ауыртыу баҫылды, хәҙер ауыртмай, хәл инеп китте, ойоған ҡул-бармаҡтарымды бөтөнләй оноттом. Үҙәк көйөү, туҡтауһыҙ кикереү кеүек нәмәләр ҙә юғалды. Майлыны ашаһам, төнөн ауырый торғайным. Аллаға шөкөр, тәмләп кенә, әҙләп майлыны ла ашайым. Хәҙер үҙем икенсе банканы эсеп бөтөп киләм. Бына шулай, һаулыҡ үҙебеҙҙең ҡулда. Теләһәк - һауығабыҙ, теләмәһәк, йыбанһаҡ, ауырып тик ятабыҙ инде. Яҙырға онотҡанмын, эс ҡатыу проблемаһы бар инҽ, яйға һалынды, йомшартам, тип көн дә йәшелсә генә лә ашап булмай. Шунан бит тиреһенең ала-сола булып торған төҫө лә тигеҙләнә, матурлана". ИҒТИБАР! Һоло һыуы ҡан баҫымын күтәрә, үт ҡыуығындағы ташты урынынан ҡуҙғата, тип тә яҙалар. Шуға күрә уны ҡулланыр алдынан дауалаусы табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Был яҙма һеҙҙең иғтибарға танышыу маҡсатында ғына тәҡдим ителде. Автор фотоһы.