“Һин уйында” Бөтә Рәсәй спорт проекттары конкурсының бишенсе юбилей миҙгелендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Конкурстың төп маҡсаты – Рәсәйҙә йәшәүселәрҙе әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итергә булышлыҡ иткән сағыу һәм файҙалы спорт башланғыстарын табыу. “Һин уйында” сараһы йыл һайын “Милли өҫтөнлөктәр” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан Рәсәйҙең Спорт министрлығы тарафында ойошторола. Башҡортостандан 30 ғариза тапшырылған. “Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2030 йылға Рәсәй халҡының 30 проценттан кәм булмаған өлөшө физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнергә тейеш. “Һин уйында” конкурсы был маҡсатты тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Ул бишенсе тапҡыр рәттән ойошторола һәм йыл һайын ҡатнашырға теләүселәр һаны артҡандан-арта. 2020 йылдан Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән 16 мең ғариза бирелде. Юбилей йылында ҡатнашыусылар һанының, яңы спорт йүнәлештәренең һәм тамашасылар тарафынан ҡыҙыҡһыныуҙың артыуын көтәбеҙ”, - тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте Премь