Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Ҡояшлы" малай әсәһен эҙләй

Донъяла йылмайыуы хатта туң йөрәклеләрҙе лә иретә алыр балалар була. Пантелеимон – шундайҙарҙың береһе. Был сәләмәтлеге буйынса үҙенсәлекле бала булған “ҡояшлы” малай үҙенә хәстәрлек, йылылыҡ бүләк итер ата-әсәне көтә. Һөйөү менән тулы ғаиләгә эләгеү уға тулыһынса үҙен асырға булышлыҡ итәсәк. Пантелеимон 2023 йылда тыуған. Ул өлкәндәр менән дә, башҡа балалар менән дә уртаҡ тел таба белә. Өҫтәүенә малай музыканы ярата. Йөрәгегеҙҙә был “ҡояшлы” малай өсөн урын булһа, уға бер аҙым яһағыҙ. Бәлки, һеҙ Пантелеимонға атай-әсәй һөйөүе бүләк итә алыр кешелер? Опекун (попечитель) булыу мөмкинлеге тураһындағы һығымталары булған граждандар мәғлүмәттәр банкы төбәк операторына ошо телефон аша мөрәжәғәт итә ала: 8 (347) 218-03-62. Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.