Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тынлы музыка беҙҙе берҙәмлеккә әйҙәй

Тынлы музыка беҙҙе берҙәмлеккә әйҙәй Тынлы оркестрҙарҙың моңо ҙур көскә эйә. Уны тыңлаған саҡта арҡа турайып, бер башҡа үҫеп киткәндәй булаһың. Тағы ла тынлы музыка рух күтәренкелеге бирә. Махсус хәрби операция иғлан ителеп, халыҡтың илһөйәрлек һәм берҙәмлек рухын нығытыу ихтыяжы барлыҡҡа килгәс, тынлы оркестрҙарҙың әһәмиәте лә арта төштө. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор, "Йәшлек" тынлы оркестры етәксеһе Фәнзир Ниғмәтйәнов әйтеүенсә, тынлы уйын ҡоралдары бик борон барлыҡҡа килгән һәм һәр береһе айырым мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, флейта кеүек ағастан яһалған ҡоралдар киң ҡырҙарҙы, иркенлекте һәм матур маҡсатҡа ынтылышты һынландыра, ә еҙҙән эшләнгәндәре берҙәмлеккә әйҙәй һәм ғорурлыҡ тойғоһо уята. - Махсус хәрби операция башланғас, Башҡортостандың тынлы ҡоралдарҙа уйнаусы музыканттары дөйөм тулҡынға ҡушылды. Йылайыр районында йәшәгән борғосо Алексей Пряхин - "Ватанға тоғро", Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика интернат-гимназияһының тромбон класы уҡытыусыһы Валерий С

Тынлы музыка беҙҙе берҙәмлеккә әйҙәй Тынлы оркестрҙарҙың моңо ҙур көскә эйә. Уны тыңлаған саҡта арҡа турайып, бер башҡа үҫеп киткәндәй булаһың. Тағы ла тынлы музыка рух күтәренкелеге бирә. Махсус хәрби операция иғлан ителеп, халыҡтың илһөйәрлек һәм берҙәмлек рухын нығытыу ихтыяжы барлыҡҡа килгәс, тынлы оркестрҙарҙың әһәмиәте лә арта төштө. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор, "Йәшлек" тынлы оркестры етәксеһе Фәнзир Ниғмәтйәнов әйтеүенсә, тынлы уйын ҡоралдары бик борон барлыҡҡа килгән һәм һәр береһе айырым мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, флейта кеүек ағастан яһалған ҡоралдар киң ҡырҙарҙы, иркенлекте һәм матур маҡсатҡа ынтылышты һынландыра, ә еҙҙән эшләнгәндәре берҙәмлеккә әйҙәй һәм ғорурлыҡ тойғоһо уята. - Махсус хәрби операция башланғас, Башҡортостандың тынлы ҡоралдарҙа уйнаусы музыканттары дөйөм тулҡынға ҡушылды. Йылайыр районында йәшәгән борғосо Алексей Пряхин - "Ватанға тоғро", Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика интернат-гимназияһының тромбон класы уҡытыусыһы Валерий Семёнов "Еңеү маршы" тигән көйҙәр ижад итте. Шулай уҡ интернат-гимназия, концерт бригадалары ойоштороп, бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһендә концерттар ҡуйҙы, - ти Фәнзир Фәйзрахман улы. Донъяға ҡурайҙы бүләк иткән Башҡортостан ерендә элек-электән тынлы музыкаға айырым мөнәсәбәт булдырылған. 1943 йылда тап Өфөлә Совет Армияһы өсөн тынлы уйын ҡоралдарында уйнаусы музыканттар әҙерләнә башлай. Хәрби мәктәп һуңынан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика интернат-гимназияһы тип үҙгәртелә, әммә төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡала. Был белем усағы бөгөн тотош ил өсөн тынлы оркестрҙар музыканттарын үҫтерә. Былтыр "Өфө яңғырай!" Бөтә Рәсәй тынлы оркестрҙар фестиваленең, ә быйыл февраль башында "Музыкаль традициялар һәм тынлы музыканың киләсәге" төбәк форумының уҙыуы Башҡортостанда тынлы музыканың үҫешеүен һәм юғары баһаланыуын сағылдыра. Видеола: 12-се айырым гвардия Кенигсберг-Городок Ҡыҙыл Байраҡлы инженер бригадаһы менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика интернат-гимназияһы музыканттарынан торған йыйылма оркестр Валерий Семёновтың "Еңеү маршы" әҫәрен башҡара, дирижёры - Фәнзир Ниғмәтйәнов. Фото Өфө сәнғәт училищеһының (колледжының) матбуғат хеҙмәтенән алынды. Автор видеоһы.