Йәш һәм популяр йырсы Әлиә Ҡарасурина-Төхвәтуллинаға Ҡазанда үткән концертында ауырыған килеш сәхнәгә сығырға тура килгән. Был хаҡта ире Рәшит Төхвәтуллин хәбәр иткән. “Артист тормошо еңел һәм борсолоуһыҙ тойола. Ысынбарлыҡта, был – бик ҡатмарлы һәм ҙур түҙемлек талап иткән профессия. Кисә мин Әлиәне ысын күңелдән йәлләнем, сөнки уға нимәләр аша уҙырға тура килгәнен яҡшы аңлай инем. Температураһы 38-39 градус, тауышы инде репетиция ваҡытында уҡ үҙен тыңламаны. Шуға ҡарамаҫтан, ул сәхнәгә сыҡты һәм концерт бирҙе. Ә концерттан һуң аяғында ла баҫып тора алманы, күңеле болғанды”, - ти йырсы. Әлиә үҙе былай тигән: “Кисә концертыбыҙ үтеп китте. Үҙем менән бер ҙә ҡәнәғәт түгелмен. Миңә нимә булғандыр, белмәйем... Тик торғанда ауырып киттем. Тауышым үҙемде тыңламаны. Бер генә фонограммам да булмағанға күрә, концертты аҙағына тиклем йырлап сығырға кәрәк ине. Тамашасыларым мине аңлар һәм, был хәл башҡаса ҡабатланмаҫ тип ышанам. Зал бик көслө алҡышланы, тамашасыларҙың ярҙамын тойҙом. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт. “Алда тағы өс концертыбыҙ бар әле. Уға тиклем һауығырмын тип өмөтләнәм”. Тиҙерәк һауығып китегеҙ! Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”.