Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ташбаҡа кеүек яй булһаң, һинән ниндәй һалдат сыҡһын?

Фаяз Сафин Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫкән, тиҫтерҙәре шикелле, ул да армияла хеҙмәт иткән. Хеҙмәт урыны – Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡалаһы, Росгвардия ғәскәренә алынған. Бөгөн иһә егет Өфөлә йәшәй, вахта ысулы менән эшләй. – Хеҙмәт итеүемә һис кенә лә үкенмәйем, әлдә барғанмын тип уйлайым, – тип һөйләй Фаяз Азамат улы. – Армияла ҡыҙыҡ ул, бында һалдат йылдамлыҡ һәм өлгөрлөк кеүек шәп сифаттарҙы үҙ итергә тейеш. Әгәр ҙә ул ташбаҡа шикелле яй булһа, унан ниндәй ил һаҡсыһы сыҡһын, ти. Фаяз Сафиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, үрҙә әйтелгәндәрҙән тыш, армия үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәткән. Шуның өсөн дә үҙенең күңеленә ятҡан эште тиҙ арала тапҡан. Эш урынында ла, берәй сетерекле мәсьәлә килеп сыҡһа, етәкселек мотлаҡ уның менән кәңәшләшә, фекерҙәренә ҡолаҡ һала. Фото: Зөлфиә Сөләймәнова.