Бойҙай эшкәртеү буйынса республика предприятиелары ғинуар айында 2427, 3 тонна бойҙай һәм арыш онон экспортланы, тип хәбәр итә Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы башҡарыла. Ғинуар айында эспортланған күләм былтырғы кимәлдән дүрт тапҡырға күберәк. Ондоң күп өлөшө Азербайжан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстанға йүнәлтелгән. Үткән йылдың ошо осоронда Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеүенең Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан 12 партия бойҙай һәм арыш оно тикшерелеп рәсмиләштерелгән. Сит илгә һатылған ондоң дөйөм ауырлығы былтыр ғинуар айында 602 тонна тәшкил итте. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.