Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов Архангел районында граждандарҙы ҡабул итте. Халыҡ менән аралашыу “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты бурыстарын хәл итеүгә булышлыҡ итә. Халыҡты урман хужалығы өлкәһендәге ҡуртым мөнәсәбәттәре, ағастарҙы санитар ҡырҡыу, урман участкаһындағы сүп-сар һәм башҡа мәсьәләләр борсой. Урман ведомствоһы вәкиле һәр мәсьәләне ентекләп тикшереп, граждандарға аңлатма бирҙе. Айырым мөрәжәғәттәр контролгә алынды һәм артабан компетенция буйынса эшләү өсөн Урман хужалығы министрлығының структура бүлексәләренә ебәрелде. – Урындарҙағы хәл-ваҡиғаларҙы өйрәнеү һәм кешеләр менән асыҡ аралашыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Бындай осрашыуҙар теге йәки был проблемаларға икенсе күҙлектән ҡарарға һәм күптән борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов. “Экологик именлек” м