“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад“ милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың Төбәк лизинг компанияһы ALLTION хирургия микроскобын һатып алыу өсөн “Атримед“ медицина үҙәгенә 2,2 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтте. Финанслау суммаһы 24 айға 1,8 миллион һум тәшкил итте. Яңы ҡорамал күп тамырлы тештәрҙе дауалауҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға һәм өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килеүен булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк. – Һатып алыу хоҡуғы менән оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алыу формаһындағы лизинг медицина хеҙмәттәре сифатын күтәреү өсөн ҡорамалдарҙы һәм технологияларҙы яңыртыуҙы талап иткән медицина учреждениелары өсөн айырыуса мөһим. 2024 йылда медицина учреждениелары Төбәк лизинг компанияһы ярҙамында дөйөм суммаһы 18,6 миллион һумлыҡ яңы ҡорамал һатып алған да инде, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. “Атримед“ медицина үҙәге – Өфөлә танау, ҡолаҡ һәм тамаҡ ауырыуҙарын дауалау һәм хирургиялауға махсуслашҡан күп профилле клиника. Үҙәк балалар һәм өлкәндәр ө