Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы тәүлек әйләнәһенә электрокардиография (ЭКГ) һәм артериаль баҫымды мониторлау комплексы менән тәьмин ителде. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Комплекс сирле кешенең хәлен тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү мөмкинлеген бирә. Ул электрокардиограмманы, артериаль баҫымды, тын алыу функцияларын, ҡандағы кислород кимәлен теркәй. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был комплекс ярҙамында йөрәк ритмы боҙолошон, ҡан әйләнеше менән бәйле проблемаларҙы һәм башҡа үҙгәрештәрҙе асыҡларға була. Был иһә аныҡ диагноз ҡуйыу һәм дауалауҙың дөрөҫ ысулын табыу өсөн мөһим. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын заманлаштырыу” программаһы буйынса тәү сиратта ярҙам сараларын ғүм

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы тәүлек әйләнәһенә электрокардиография (ЭКГ) һәм артериаль баҫымды мониторлау комплексы менән тәьмин ителде. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Комплекс сирле кешенең хәлен тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү мөмкинлеген бирә. Ул электрокардиограмманы, артериаль баҫымды, тын алыу функцияларын, ҡандағы кислород кимәлен теркәй. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был комплекс ярҙамында йөрәк ритмы боҙолошон, ҡан әйләнеше менән бәйле проблемаларҙы һәм башҡа үҙгәрештәрҙе асыҡларға була. Был иһә аныҡ диагноз ҡуйыу һәм дауалауҙың дөрөҫ ысулын табыу өсөн мөһим. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын заманлаштырыу” программаһы буйынса тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Сығанаҡ: Башҡоростандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.