Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уңайлы, матур, тиҙ йөрөшлө

“Өфө трамвай-троллейбус заводы” акционерҙар йәмғиәте, яңы предприятие булараҡ, баштан уҡ заманса алымлдар менән эшләп алып китте. Хәтерегеҙҙәлер, баш ҡаланың 450 йыллығы алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантаналы шарттарҙа Өфөгә 10 троллейбус тапшырғайны. “Водителдәр һәм ҡала кешеләре был техниканың сифатлы һәм ышаныслы булыуын билдәләй, тышҡы яҡтан да был троллейбустар бик күркәм”, – тигәйне республика етәксеһе. Алдынғы технологияларҙы үҙ итеп алған был коллектив бөгөн нисек эшләй? ... Заводтың төп цехында дүрт троллейбус ултыра. Сағыу буяуҙары ялтырап, ысынлап та, бик күркәм булып күренә улар. Тирә-яҡтарында ла, салондарының эсендә лә, аҫтарында, йәғни цехтың иҙәнендә лә әллә күпме запчасть ята. Тимәк, кузовтарҙың тышына һәм водитель кабинаһына кәрәкле ҡорамалдар һәм деталдәрҙе беркетеү процесы бара. Троллейбустарҙан йыраҡ түгел бер двигатель ята, ҙурлығы бер метрға метр ярым булыр, моғайын. Машиналарҙың береһенә шуны күтәреп ултыртасаҡтар икән бөгөн. Троллейбустарҙың двига

“Өфө трамвай-троллейбус заводы” акционерҙар йәмғиәте, яңы предприятие булараҡ, баштан уҡ заманса алымлдар менән эшләп алып китте. Хәтерегеҙҙәлер, баш ҡаланың 450 йыллығы алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантаналы шарттарҙа Өфөгә 10 троллейбус тапшырғайны. “Водителдәр һәм ҡала кешеләре был техниканың сифатлы һәм ышаныслы булыуын билдәләй, тышҡы яҡтан да был троллейбустар бик күркәм”, – тигәйне республика етәксеһе. Алдынғы технологияларҙы үҙ итеп алған был коллектив бөгөн нисек эшләй? ... Заводтың төп цехында дүрт троллейбус ултыра. Сағыу буяуҙары ялтырап, ысынлап та, бик күркәм булып күренә улар. Тирә-яҡтарында ла, салондарының эсендә лә, аҫтарында, йәғни цехтың иҙәнендә лә әллә күпме запчасть ята. Тимәк, кузовтарҙың тышына һәм водитель кабинаһына кәрәкле ҡорамалдар һәм деталдәрҙе беркетеү процесы бара. Троллейбустарҙан йыраҡ түгел бер двигатель ята, ҙурлығы бер метрға метр ярым булыр, моғайын. Машиналарҙың береһенә шуны күтәреп ултыртасаҡтар икән бөгөн. Троллейбустарҙың двигателе, белеүебеҙсә, артта урынлаша. Уны күтәреп ултыртыуы, ай-һай... Хәйер, һәр троллейбусҡа дүрт яҡтан бейек домкраттар ҡуйылған, ғәҙәти автосалондарҙа булғанынан ике-өс тапҡырға ҙурыраҡтыр. Шулар ярҙамында хатта троллейбустың үҙен дә күтәреп була, ти белгестәр. Генераль директорҙың беренсе урынбаҫары Сергей Яковлев беҙгә ошо йыйыу цехындағы троллейбустарҙы күрһәтеп йөрөй. – Минск ҡалаһында ла ошондай троллейбустар йөрөй, тышҡы күренеше буйынса уларҙы автобустан айырып булмай, кузовтарҙы беҙгә ебәргәндә Рәсәй ҡорамалдарына яраҡлаштырып бирергә тырышалар, – ти ул. – Улар ярҙамында 700-ҙән ашыу троллейбус эшләп сығарҙыҡ, шул иҫәптән былтыр – 311 дана. – Ә быныһы эргәләге аҡ троллейбустарға оҡшамаған, төҫө лә ҡыҙғыл һары, тәҙрәләре һәм ишектәре лә башҡаса... – тип күрһәтәм. – Ә уныһы – беҙҙең Өфө проектлаусылары эшләгән машина, – ти Сергей Геннадьевич. – Бындай троллейбус урамда халыҡҡа нығыраҡ оҡшарға тейеш, дизайны ла матурыраҡ бит, күрәһегеҙ... – тине беҙҙең эргәлә торған слесарь егет. – Эйе, үҙ тәжрибеҙҙән сығып әйтй алам: халыҡ, ике авботус йәки троллейбус килеп туҡтаһа, яңыраҡ, шуға ла күркәмерәк һәм эсе уңайлыраҡ күренгән салонға инергә тырыша, – тип йөпләй уны етәксе. Бер троллейбустың ҡабырға яғынан бәләкәй ҡапҡасы асып ҡуйылған, уның эсендәге ҡорамалды көйләгән бер белгес янында туҡтайбыҙ. Проект етәксеһе, заводтың баш электригы Павел Григорьев икән. – Эш оҡшай, яңы әҙер троллейбустың ҡапҡанан сығыып китеүен күреү ҙә күңелле, –ти ул. – Хеҙмәт хаҡын аҙ тип әйтеп булмай, ваҡытында бирәләр, эш шарттары яҡшы. Цехтың башланған ерендә торған бер троллейбусҡа иғтибар итәбеҙ башҡаларынан айырмалы, уның түбәһендә “мөгөҙҙәре”, йәғни пантографтары ла юҡ. Уныһы электробус икән. Бындай машина әлегә заводта берәү генә эшләп сығарылған һәм уны Санкт-Петербург һатып алған. Әле икенсеһе әҙерләнә, заказсы аныҡ ҡына билдәле түгел, ул мотлаҡ булыр тип көтәләр. Беҙ күреп өйрәнгән һәм ултырып йөрөгән троллейбустарҙың берәүһе 25 миллион һум торһа, электробусдың хаҡы ике тапҡырға ҡыйбатыраҡ, уны хеҙмәтләндереү ҙә ҙурыраҡ сығым талап итә, тинеләр заводта. Уның бөгөнгө Рәсәйҙә киң ҡулланылмауы шуның менән аңлатыла. Сергей Яковлев аңлатыуынса, әлеге 25 миллион һум хаҡты ла завод өсөн иҫ киткес ҙур табыш тип булмай, сөнки уның байтаҡ өлөшө комплектлаусы деталдәр һәм ҡорамалдар алыуға тотонола. – Троллейбус автобус менән трамвайға ҡарағанда арзаныраҡ, сығымдарҙы аҙыраҡ талап итә, уның файҙаланылыу ваҡыты ла 15 йылдан ашыуыраҡ, – ти генераль директор урынбаҫары, минең пассажирҙар транспорты төрҙәрен сағыштырып ҡарау тураһындағы һорауыма яуап итеп. – Бер ҡараһаң, автобус уңайлыраҡ кеүек: троллейбус өсөн урамдарҙа контакт селтәре ҡорорға кәрәк, ә автобус теләһә ҡайһы йүнәлештә сыға ла китә, юлы ғына булһын. Әммә автобус ете йыл самаһы ҡулланыуға ғына иҫәпләп эшләнә, уны йөрөтөү өсөн байтаҡ яғыулыҡ-майлау материалы кәрәк булыуын да иҫәпкә алһаҡ, троллейбустың отошлораҡ булыуы нығыраҡ аңлашылыр. Икенсе төрлө әйткәндә, бер километр үтеүҙең үҙҡиммәте трамвай менән автобусға ҡарағанда осһоҙораҡ. Заказсының теләге буйынса троллейбустарҙың барлыҡ моделдәре өҫтәмә опциялар менәнй йыһазландырыла, шул иҫәптән – водитель кабинаһы һәм пассажирҙар салоны өсөн кондиционерҙар, ГЛОНАСС/GPS навигацияһы, заманса интегарцияланған мәғлүмәт системаһы, транспорт өсөн яраҡлаштырып эшләнгән видеокүҙәтеү системаһы, мәғлүмәттәрҙе сымһыҙ тапшырыу технологияһы булған Wi-Fi-роутер, зарядка биреүсе портатив ҡоролма, физик мөмкинлеге сикләнгән пассажирҙар өсөн күсермәле пандус һәм башҡалар. – Элегерәк Советтар Союзында 85 ҡалала троллейбустар йөрөй ине, хәҙер ундай урынлар кәмене, – ти Сергей Яковлев. – Бының сәбәбе, моғайын, күберәк кеше ташып аҡса эшләргә ынтылған шәхси автобустар хужаларына ҡайтып ҡалалыр. Шулай ҙа троллейбустың өҫтөнлөгөн белгән һәм ҡулланырға тырышҡан ҡалалар ҙа арта башланы. Мәҫәлән, Новосибирск беҙҙән 200-ҙән ашыу троллейбус һатып алды. Бынан тыш ошо йәһәттән Сыуашстандың баш ҡалаһы Чебоксарҙы һәм баш ҡалаларҙы күрһәтергә мөмкин. Троллейбустың өҫтөнлөктәре бар, уларға мохтажлыҡ та ҙурая барасаҡ, беҙҙең заводтың үҫеш мөмкинлектәре бар әле. Сергей ЯКОВЛЕВ, “Өфө трамвай-троллейбцс заводы” акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары: – Беҙҙең предприятие быйыл июлдә 10 йыллығын билдәләйәсәк. Уға саҡлы булған Башҡортостан троллейбус заводы бөлгөнлөккә осраны, әммә был продукция республикабыҙ ҡалалары өсөн кәрәк, шуға күрә уны троллейбус депоһы нигеҙендә ҡабат тергеҙҙеләр. Фекерҙәштәр бергә йыйылып хәл итте быны тип тә әйтә алам, улар араһында беҙҙең бөгөнгө генераль директор Денис Рассадников та бар ине. Эшселәр һәм техник хеҙмәткәрҙәрҙе элекке заводтан саҡырып алдыҡ. Тәүҙә беҙ Нефтекама автомобиль заводы менән хеҙмәттәшлек иттек. Улар беҙҙең чертеждар буйынса яһалған машина-комплекттарҙы ебәреп торҙо. Ә беҙ уларҙы йыябыҙ, көйләйбеҙ, троллейбустарҙы улар маршрутҡа сығырлыҡ итеп эшләп еткерәбеҙ. Ләкин бер ни тиклем ваҡыттан һуң “НефАЗ” берлектәге эш итеүебеҙҙе туҡтатты, сөнки үҙ пландары бар икән. Шуға күрә 2019 йылда Минск автомобиль заводы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнөк. Трамвайҙар әлегә етештерелмәй. Ә троллейбустарҙы Өфө ҡалаһы тәүҙә 10 дана һатып алды, шунан – тағы 15-те, күптән түгел 10 троллейбус алды, берәүһен Стәрлетамаҡҡа ебәрҙеләр. Машиналарҙың сифаты буйынса дәғүәләр юҡ.