Бөгөн, 17 февраль, Рәсәйҙә Кадет көнө үткәрелә. Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Ирек Сәғитов билдәләүенсә, кадеттар үҙҙәренең элгәрҙәренең традицияларын дауам итә һәм Ватаныбыҙҙың лайыҡлы һаҡсылары булырға әҙерләнә. «Был дата 1732 йылда дворян балалары өсөн беренсе мәктәп асылыу көнөнә бәйләнгән. Шул ваҡыттан алып кадеттар хәрәкәте үҫеш кисерә һәм илгә төрлө өлкәлә бик күп мәшһүр шәхестәр бирә. Был байрам көнөндә кадеттарҙы һәм уларҙың остаздарын ҡотлайым һәм „Ватан. Бурыс. Намыҫ“ девизын һәр саҡ иҫтә тотоуҙарын теләйем. Һеҙгә уҡыуҙа уңыштар, сыҙамлылыҡ, ихтыяр көсө һәм эшегеҙгә тоғролоҡ юлдаш булһын», — тип яҙған Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәрҙә. 2013 йылда Ишембайҙа Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусы асылғайны. Уға Рәсәй Геройы Александр Доставалов исеме бирелгәйне. Әле корпуста 40-тан ашыу түңәрәк һәм секция эшләй, уларҙа кадеттар атыу, ҡул һуғышы әҙерлеге үтә, спорт менән шөғөлләнә, нәфис-эстетик йүнәлештә лә тәрбиә ала, белемдәрен арттыра. Башҡортоста