17 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, “Рәсәй һөтө” компаниялар төркөмөнөң Стәрлетамаҡ һөт комбинатын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. Стәрлетамаҡ һөт комбинаты – республикалағы иң ҙур эшкәртеүсе предприятиеларҙың береһе. Тәүлегенә бында 250 тоннаға тиклем һөт эшкәртелә, яҡын арала иһә был күрһәткесте 300 тоннаға еткереү планлаштырыла. 2025 йылда предприятие үҫешенә инвестициялар күләме 200 миллион һум тәшкил итәсәк. Комбинат продукцияһы ҙур сауҙа селтәрҙәрендә киң күрһәтелгән. Бынан тыш, предприятие фестивалдәрҙә һәм күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, урындағы һөт аҙыҡтарын да тәҡдим итә. 2024 йылда, мәҫәлән, “Даренка” ҡаймағы “Беҙҙең бренд” махсус күргәҙмәһендә Гран-при яуланы. “Рәсәй һөтө” компаниялар төркөмө фермер хужалыҡтарынан сеймал һатып алып, төбәктең ауыл хужалығы етештереүселәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. – Компания аграрийҙарыбыҙға кредит алырға ярҙам итә һәм предприятиеларыбыҙҙы аванслай, – тип билдәләне вице-пр