Найти в Дзене

Беҙҙә әсә һәм бала яҡлаулы

Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә әсә һәм бала һаулығын һаҡлау буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыу ҡаралды. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 889 419 бала йәшәй, уларҙың 90 проценттан ашыуы иҫкәртеү тикшереүҙәренә йәлеп ителгән. Башҡортостанда һәр дүртенсе бала шифахана-курорт дауалауы алған, 10 меңдән ашыу бала медицина реабилитацияһы үткән. Шулай уҡ 2024 йылда республиканың медицина учреждениеларында 3 728 балаға махсуслаштырылған һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелгән, ә 1762 бала федераль үҙәктәргә ебәрелгән. – Республикала һигеҙ махсус балалар медицина үҙәге булдырылды, улар иң ҡатмарлы сирҙәр менән яфаланғанда ярҙам күрһәтә. 2024 йылдың октябрендә асылған “Салют” уникаль балалар реабилитация комплексы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларға иҫәпләнгән. 2025 йылға 1 770 баланы медицина реабилитациялауы планлаштырылған, – тип өҫтәне Айрат Рәхмәтуллин. – Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге са

Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә әсә һәм бала һаулығын һаҡлау буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыу ҡаралды. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 889 419 бала йәшәй, уларҙың 90 проценттан ашыуы иҫкәртеү тикшереүҙәренә йәлеп ителгән. Башҡортостанда һәр дүртенсе бала шифахана-курорт дауалауы алған, 10 меңдән ашыу бала медицина реабилитацияһы үткән. Шулай уҡ 2024 йылда республиканың медицина учреждениеларында 3 728 балаға махсуслаштырылған һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелгән, ә 1762 бала федераль үҙәктәргә ебәрелгән. – Республикала һигеҙ махсус балалар медицина үҙәге булдырылды, улар иң ҡатмарлы сирҙәр менән яфаланғанда ярҙам күрһәтә. 2024 йылдың октябрендә асылған “Салют” уникаль балалар реабилитация комплексы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларға иҫәпләнгән. 2025 йылға 1 770 баланы медицина реабилитациялауы планлаштырылған, – тип өҫтәне Айрат Рәхмәтуллин. – Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге сафҡа индерелгәс, онкология сирле балаларға 262 осраҡҡа тиклем юғары технологиялы медицина ярҙамы күләме артты, федераль үҙәктәр менән телемедицина консультацияларының һаны ике тапҡырға артты. Республикала тәүге тапҡыр елек күсереү буйынса өс операция яһалды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе йөклө ҡатындарҙың һәм бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын һаҡлау буйынса саралар араһында “Асыҡ бала табыу йорто” һәм “Хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы” проекттарын, республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһында хәүеф менән идара итеү үҙәге мөмкинлектәрен файҙаланып, өс кимәлле контроль, абортҡа тиклем консультация биреү, ЭКО-ға әҙерлек системаһын билдәләне. 2025 йылдан Башҡортостанда “Ғаилә” яңы милли проекты сиктәрендә “Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау” төбәк проекты башланды. Уны тормошҡа ашырыуға 714,9 миллион һум ҡаралған, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 700,6 миллион һум. Аҡса дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын төҙөүгә, акушер-гинекологтарҙың кабинетын һигеҙ медицина ойошмаһындағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларына үҙгәртеп ҡороуға йүнәлтелә. Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау – республикалағы социаль сәйәсәттең төп бурыстарының береһе, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Рәсәй бюджеты параметрҙарын өс йылға тулыһынса билдәләгәс, республиканың беренсел медицина буйынса ниндәй заявкаларын ҡабул итеүен белербеҙ – беҙ үҙебеҙгә кәрәк булғандың барыһын да бирҙек. Ғаризаларыбыҙ тулыһынса ҡәнәғәтләндерелһә, бик шәп буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Әле алты районда алты поликлиника төҙөйбөҙ, быйыл уларҙы файҙаланыуға тапшырырға тейешбеҙ. Ә планда – ҙур төҙөлөштө дауам итеү һәм медицина учреждениеларын өҫтәп йыһазландырыуҙы дауам итеү. Төбәк етәксеһе шулай уҡ республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Башҡортостанда тәүге тапҡыр елек күсереп ултыртыу буйынса операция яһаған табиптарҙы бүләкләү өсөн документтар әҙерләргә ҡушты. – Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген асҡанда табиптарыбыҙ ҙа елек күсереп ултыртыу буйынса операциялар яһай башлауҙарын теләне. Беҙ шуға өлгәштек, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Бында ҡатнашҡан медицина бригадаларын наградлауға тәҡдим итегеҙ. Был - медициналағы ваҡиға. Беҙ табиптарыбыҙға мотлаҡ рәхмәт әйтәсәкбеҙ.