Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Матур осрашыу үтте

Өфөлә йәмәғәт ярҙамы штабында “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар эксперттары: диалог һәм хеҙмәттәшлек“ сараһы үтте. Унда төбәк һәм федераль кимәлдәге эксперттар, шулай уҡ грант конкурстарында уңышлы ҡатнашҡан һәм йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге эксперты статусын алырға теләгән әүҙем граждандар һәм коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәре йыйылды. Ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге сығыш яһаны. Осрашыуҙың төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы территорияһында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың профессиональ эксперт берләшмәһен үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм партнерлыҡ бәйләнештәрен булдырыу. Йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге эксперты Гөлшат Әхмәҙиева эшлекле уйын үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың һөҙөмтәле эксперты ролен һәм образын, Эксперт советын булдырыу перспективаларын тикшерҙе, уның ниндәй мәсьәләләр менән осрашыуы һәм уларҙы нисек хәл итеүе хаҡында белде, шулай уҡ потенциаль үҫеш нөктә

Өфөлә йәмәғәт ярҙамы штабында “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар эксперттары: диалог һәм хеҙмәттәшлек“ сараһы үтте. Унда төбәк һәм федераль кимәлдәге эксперттар, шулай уҡ грант конкурстарында уңышлы ҡатнашҡан һәм йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге эксперты статусын алырға теләгән әүҙем граждандар һәм коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәре йыйылды. Ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге сығыш яһаны. Осрашыуҙың төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы территорияһында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың профессиональ эксперт берләшмәһен үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм партнерлыҡ бәйләнештәрен булдырыу. Йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге эксперты Гөлшат Әхмәҙиева эшлекле уйын үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың һөҙөмтәле эксперты ролен һәм образын, Эксперт советын булдырыу перспективаларын тикшерҙе, уның ниндәй мәсьәләләр менән осрашыуы һәм уларҙы нисек хәл итеүе хаҡында белде, шулай уҡ потенциаль үҫеш нөктәләрен асыҡланы һәм әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа коммерцияға ҡарамаған секторға ярҙам итеү алымдарын билдәләне.