Ишембай ҡалаһының ҙур тарихлы мәктәптәрнең береһе ул Перегонный биҫтәһендә урынлашҡан бишенсе төп дөйөм белем биреү мәктәбе. Ҡала, район үҫеше өсөн файҙа килтергән күпме белгестәр, шәхестәр үҫеп сыҡҡан бында. Ишембай ҡалаһының 85 йыллығын билдәләгән осорҙа бындай учреждениеларҙы иғтибарға алыу урынлы. Көслө педагогтар менән данлы мәктәп Төрлө идеялар менән янып торған, тәжрибәле директор Ләйсән Әхмәтйәнова 2023 йылдың сентябренән етәкселек итә мәктәпкә. –Тәүге нефть фонтаны урғылғас, беҙҙең ҡалаға нигеҙ һалына. Эшселәр ошо беҙ урынлашҡан Перегонный ҡасабаһына күсеп килә башлай. Беҙҙең архивта үткән быуаттың 30-сы йылдарында уҡыған эшселәрҙең балаларының аттестаттары, ҡульяҙмалары һаҡлана. Мәктәп үҙенең үткәне менән ғорурлана. Бында һәр ваҡыт көслө педагогтар эшләгән. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 40-ар йыл хеҙмәт иткән уҡытыусылар бар. Бөгөнгө көндә лә өлгө булырҙай көслө педагогтар байтаҡ. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Галина Мөхәмәтйәрова 50 йылға яҡын беҙҙең мәктәптә хеҙмәт итә. Башҡа ергә саҡырһалар ҙа ул үҙенең мәктәбенә тоғро ҡала. Әле хаҡлы ялда булһа ла матур итеп эшләп йөрөй. Ул көслө кластар сығара, балалары бик тәртипле, белемле. Миңә төрлө мәктәптәрҙә эшләргә тура килде, Мәскәүҙә лә мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иттем. Уның һымаҡ төплө белем биргән башланғыс класс уҡытыусыһын күргәнем булманы. Рус һәм башҡорт телдәре уҡытыусыһы Минзилә Усманованың да 40 йыллап уҡытыу тәжрибәһе бар. Коллективыбыҙ бик көслө тип әйтә алам. 21 уҡытыусының өсәүһе Рәсәйҙең Почетлы хеҙмәткәрҙәре, өсәүһе – Башҡортостандыҡы. Шулай уҡ алты уҡытыусыбыҙ Рәсәйҙең, Башҡортостандың мәғариф отличниктары. Шул уҡ ваҡытта йәш белгестәрҙе эшкә алыуға ла ҙур иғтибар бирәбеҙ. Уҡыу йортон тамамлап, әле генә эшкә килгән өс ошондай йәш уҡытыусы хеҙмәт итә. Улар химия, биология, башланғыс кластар һәм инглиз теле уҡытыусылары. Балалар һаны артыуына ла һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Беҙҙең Перегонный ҡасабаһынан ғына түгел, ҡаланың башҡа биҫтәләренән килеүсе уҡыусыларыбыҙ ҙа күп. Шундай осраҡтар бар, ата-әсәйҙәре ҡаланың икенсе өлөшөнә күсеп китә, ә балалары беҙҙең мәктәпте ҡалдырғыһы килмәй, һаман да беҙҙә уҡыуҙарын дауам итә. Тәртипте көсәйтеү ҙә уҡыу торошона йоғонто яһай. Дәрес ваҡытында уҡыусылар иғтибарын телефонға бүлмәһен өсөн, быйылдан яңы тәртип индерҙек. Иртән дәрес башланыр алдынан класс етәксеһе телефондарҙы йыйып ала. Улар шкафта махсус ячейкаларҙа һаҡлана. Тәнәфес ваҡытында ла телефондарҙы бирмәйбеҙ. Был балаларҙың үҙ-ара аралашыуын да йәнләндерҙе. Дәрестәр бөткәс кенә класс етәкселәре телефондарҙы таратып бирә, – тип һөйләне Ләйсән Дамир ҡыҙы. Талаптың көслө булыуы уҡыу сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итмәй ҡалмай. Олимпиадаларҙың муниципаль этабында еңеүселәр, призерҙар булыуы ла быға асыҡ миҫал. Улар хәҙер үҙҙәрен республика кимәлендә лә һынай. Ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса ла барлар һөҙөмтәләр бар. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына VI класс уҡыусыһы Ләйлә Әхмәтйәнова “Тыуған яғымдың тарихында халҡымдың шәжәрәһе” тигән эше менән республика кимәленә сыҡҡан. Ул үҙенең шәжәрәһен 1234 йылға тиклем өйрәнгән, Ләйлә – Юрматы бейҙең 25-се быуыны булып тора. Уҡыу алдынғылары Санкт –Петербургка йыйына Рәсәйҙең төрлө мәктәптәре менән бәйленеш яйға һалынған. Мәскәүҙең онлайн мәктәбе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Был уҡыу йортонан осрашыуға ла килгәндәр. Уҡыусылар уҡыуҙа тартылһындар өсөн рейтинг системаһын булдырғандар. Унда мәктәп кейемендә йөрөүҙән башлап олимпиада, тикшеренеү эштәрендә ҡатнашыу, тәртип барыһы ла иғтибарға алына. Беренсе урынға сыҡҡан бала ноутбук менән бүләкләнәсәк, икенсе урынға мобиль телефон, 3-сө урынға иҫтәлекле урынға сәйәхәт. Мәскәү мәктәбе был йәһәттән бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Киләсәктә эш һөҙөмтәһе юғары булған уҡытыусыларҙы ла дәртләндереү күҙ уңында тотола. Әлеге көндә Дағстандың Избербаш ҡалаһының 12-се мәктәбе, Мәскәүҙең 5-се гимназияһы, Санкт -Петербугтың 606-сы мәктәбе менән менән дуҫлыҡ булдырылған. Улар менән телекүпер аша аралашыу ойошторола. Март айында иң яҡшы уҡыған 15 уҡыусыны Питер мәктәбенә ҡунаҡҡа алып барыу ниәтләнә. 5-се мәктәп апрель айында - Санкт-Петербургтан, сентябрҙә Дағстандан да ҡунаҡтар көтә. Спорт менән ғорурлана алалар. Айырыуса грек-рим көрәше үҫешкән. Төрлө ҡалаларға барып үҙҙәренең көсөн күрһәткәндәр. Был мәктәп уҡыусылары хәҙер республика ғына түгел, Рәсәйҙең йыйылма командаһына ингән. Улар араһында хатта спорт мастерлығына кандидаттар ҙа бар. –Төрлөсә балаларҙы үҫтерергә тырышабыҙ. Ҡалалағы һәр өҫтәмә белем биреү учреждениеһынан беҙҙең мәктәптә бер нисә түңәрәк ойошторолған. Бынан тыш үҙебеҙҙең түңәрәктәр ҙә бар. Киске етегә тиклем мәктәп геүләп тора, – тип һөйләнеләр. Тәнәфестә балалар маскировка селтәре үрә Мәктәптәге иртәнән кискә тиклемге йәнле тормошто үҙебеҙ ҙә күрҙек. Тәнәфес булыу менән балалар йүгерешеп махсус хәрби операциялағы һалдаттар өсөн маскировка селтәрҙәрен үрергә тотондо. Эштең тәртибен белеп бөткәндәр. Кемдер таҫмаларҙы киҫә, кемдер үрә бара. –Махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам итеү сараһынан уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр береһе лә ситтә ҡалмай. Маскировка селтәре үрәбеҙ, бауырһаҡ бешерәбеҙ, туҡмас киҫәбеҙ, ит быҡтырабыҙ, ҡоро душ яһайбыҙ. Халыҡтың әүҙем ҡатнашыуын билдәләргә кәрәк. Бурансы ҡасабаһында йәшәүселәр ҙә дәррәү ҡушылды. Старосталары Сания Ибатуллина үҙе һәр эштең башында йөрөп өлгө күрһәтә. Бергә эшләгәс, әлбиттә, һөҙөмтә лә нығыраҡ була, – ти мәктәп директоры. Был йүнәлештә эш туҡталғаны ла юҡ. Бер эш тамамланыуға икенсеһе башланып китә. Һалдаттарға эске кейемдәрҙе лә күпләп тегеп оҙатҡандар. Хәҙер иһә госпиталдәрҙең теләге буйынса эске кейемдәрҙе яралыларға кейеп-сисеүгә уңайлы булһын өсөн “липучка”лы итеп тегеүгә күскәндәр. Мендәрҙәр тегеү ҙә һалдаттарҙың һорауынан һуң башланып киткән. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ошолай күмәкләп ярҙам итеп, үҫеп килгән быуында ла илһөйәрлек рухын тәрбиәләйҙәр. Балалар ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә, хаттар яҙалар, бетеүҙәр эшләйҙәр. –Талисмандар эшләйбеҙ икән, эсенә тыуған яҡты иҫләтеп торһон өсөн мәтрүшкә һалабыҙ, өйҙәренә ҡайтһындар тигән юрау менән ҡыҙыл еп тә ҡушып ебәрәбеҙ. Шундай бер ҡыҙыҡлы ваҡиға ла булды. “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән акцияға ярашлы, беҙгә осрашыуға йыш ҡына махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр килә. Һөйләшеү, күмәкләшеп сәй эсеү, фотоға төшөү уҡыусыларға ла бик оҡшай. Беҙҙең үҙебеҙҙең йола ла бар. Осрашыу аҙағында һалдатҡа балаларҙың хатын һәм талисманды тапшырам. Бер осрашыуҙа шул ниәтемде әйткәс, яугир “Миндә ундай талисман бар. Алғы һыҙыҡта таратҡайнылар” тип үҙенең кеҫәһенән килтереп сығарҙы. Ҡараһаҡ, беҙҙең уҡыусыбыҙ ҡулы менән яҙылған хат һәм бетеү. Бүләктәребеҙ алғы һыҙыҡҡа тиклем барып еткән. Осрашыуға килгән һалдаттың шул хатты ҡәҙерләп кенә кеҫәһенән сығарыуы беҙҙең өсөн көтөлмәгән шатлыҡ булды. Изге теләктәр теләп эшләгән талисмандарыбыҙ, хаттарыбыҙ барыһы ла һалдаттарға барып етеүенә, яугирҙәрҙең уларҙы ҡәҙерләп йөрөтөүенә йәнә бер инандыҡ, – тине директор. Бына ошонда сағыла ла инде илһөйәрлек. Тылдағыларҙың һәм яугирҙәрҙең ҡулға-ҡул тотоноп еңеү өсөн көрәшеүе. Үҙебеҙ ҙә күрҙек – тәнәфестә буш ваҡыт булһа, эшһеҙ йөрөгән бер кем дә юҡ. Кемдер маскировка селтәрен үрә, икенселәр ултырып хаттар яҙа, өсөнсөләр талисмандар эшләй. Тарихтарын өйрәнгән, уҡыуҙары менән өлгө булырға тырышҡан, һалдаттарға ярҙам иткән рухлы быуындың киләсәге лә өмөтлө. Автор фотолары.
Ишембай ҡалаһының ҙур тарихлы мәктәптәрнең береһе ул Перегонный биҫтәһендә урынлашҡан бишенсе төп дөйөм белем биреү мәктәбе. Ҡала, район үҫеше өсөн файҙа килтергән күпме белгестәр, шәхестәр үҫеп сыҡҡан бында. Ишембай ҡалаһының 85 йыллығын билдәләгән осорҙа бындай учреждениеларҙы иғтибарға алыу урынлы. Көслө педагогтар менән данлы мәктәп Төрлө идеялар менән янып торған, тәжрибәле директор Ләйсән Әхмәтйәнова 2023 йылдың сентябренән етәкселек итә мәктәпкә. –Тәүге нефть фонтаны урғылғас, беҙҙең ҡалаға нигеҙ һалына. Эшселәр ошо беҙ урынлашҡан Перегонный ҡасабаһына күсеп килә башлай. Беҙҙең архивта үткән быуаттың 30-сы йылдарында уҡыған эшселәрҙең балаларының аттестаттары, ҡульяҙмалары һаҡлана. Мәктәп үҙенең үткәне менән ғорурлана. Бында һәр ваҡыт көслө педагогтар эшләгән. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 40-ар йыл хеҙмәт иткән уҡытыусылар бар. Бөгөнгө көндә лә өлгө булырҙай көслө педагогтар байтаҡ. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Галина Мөхәмәтйәрова 50 йылға яҡын беҙҙең мәктәптә хеҙмәт итә. Башҡа ерг