Баймаҡ районы Әмин ауылы ҡыҙы Йәмилә Абдулхаҡ ҡыҙы Үрге Иҙрискә килен булып төшә. Тормош иптәше Самат менән баһадирҙай ике улға ғүмер бирә улар. Бөгөн ике килендәре, ике ейәндәре бар. Беҙ барғанда Йәмилә Сәлихованың 89 йәшлек әсәһе Рауза инәй ҙә уларҙа ине. Дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән әсәне ҡыҙҙары шулай алмашлап ҡарай икән. Әйткәндәй, Рауза инәй 18 генә йәшендә, «Һәүәнәк» совхозының алдынғы бәрәс ҡараусыһы булараҡ, Мәскәү ҡалаһына ВДНХ-ға барған. Ул ваҡытта колхоз-совхоздарҙа һарыҡ һанының иҫәбе-һаны булмай, күп йәштәр мәктәпте тамамлағас, тыуған ауылында эшкә ҡала, ситтән тороп белемдәрен камиллаштыра. Бөгөн Рауза инәй ҡыҙҙарының шатлыҡ-ҡыуаныстарына төрөнөп, 12 ейән-ейәнсәргә, 10 бүлә-бүләсәргә ҡарт өләсәй булып бәхетле ҡартлыҡ кисерә.Йәмилә Абдулхаҡ ҡыҙы үҙенең дә килен булып төшкән мәлдәрен берсә көлөп, берсә моңһоуланып хәтергә ала.—Ҡәйнәм килендәренә уҫал булды, ҡайнбикәләр ҙә ай-һай ине. Улдарым донъяға килгәс тә буласаҡ килендәремде ҡыҙҙарымдай күреп яратасаҡмын, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем. Аллаға шөкөр, уландарым бик шәп килендәр менән һөйөндөрҙө. Улар менән әхирәт тә, серҙәш тә, күптәр хатта аптырап ҡыҙҙарыңмы, тип тә һорай. Өлкән улым Айҙар һәм киленем Гөлназ менән йорттарын төҙөп бөткәнсә бергә йәшәнек. Һис ҡасан һүҙгә килешмәнек, әле улым Себерҙә эшләй, килен менән һәр саҡ аралашып торабыҙ. Ислам ейәнебеҙ мәктәпкә уҡырға барҙы. Айрат улымдың килене Азалияны ла үҙ ҡыҙымдай ҡабул иттем. Умар улыбыҙҙы бергәләп үҫтерәбеҙ,—ти Йәмилә Абдулхаҡ ҡыҙы.—Беҙҙең ҡәйнәбеҙ йомшаҡ телле, изге күңелле ул,—ти килендәре Гөлназ Айҙар ҡыҙы.—Ҡайным-ҡәйнәмдәргә шул тиклем рәхмәтлебеҙ: аҡыллы, уңған, ғаиләләре өсөн өҙөлөп торған улдар үҫтергәндәре өсөн. Бар нәмә ғаиләлә һалына: ата менән ул, ҡусты менән ағаһы араһындағы йылы мөнәсәбәт, ҡатынына ҡарата ихтирам һәм хөрмәт, балаларына һөйөү кеүек сифаттарҙың барыһын да улдарына бирә алғандар. Шуға күрә беҙҙең ғаиләләребеҙ ҙә ныҡ, ирҙәребеҙ ҙә шәп, ә ҡәйнәбеҙ икенсе әсәй кеүек.«Хоҙай ҡыҙҙар бирмәне, тип йәш саҡта ҡайғыра инем, хәҙер үҫтереп, тәрбиәләп, улдарыма етәкләп индереп ҡуйҙы, тип һөйөнәм»—ти бәхетле ҡәйнә.Татыулыҡ һәм бәхет тантана иткән ғаиләлә генә ошондай йылы мөхит, ҡәйнә менән килен араһындағы яҡшы мөнәсәбәт булалыр. Атай абруйы был йортта иң түрҙә, аталарының һәр һүҙенә ҡолаҡ һалып, уның кәңәштәрен тотоп эш итә уландары ла. Әйткәндәй, ғаилә башлығы Самат Ғилметдин улы—ауылдың иң оҫта гармунсыларының береһе, «Еҙ төймә» халыҡ гармунсылар ансамбленең иң әүҙем ағзаһы. Ә һеҙҙең яҡтарҙа бер йортта оҙаҡ йылдар ҡәйнә менән килендәр йәшәгән кешеләр бармы? Улар тураһында яҙып үтһәгеҙ ине. Автор фотоһы