Махсус хәрби операция башланғандан алып Хәйбулла районынан даими рәүештә яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатыла. Кисә сираттағыһы юлға сыға. Район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, шөрөп борғостар, иретеп-йәбештереү аппараты, бензин бысҡылары, маскировкалау селтәрҙәре, дронға ҡаршы одеялдар, газ баллондары, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек (быҡтырылған ит, салаттар, тоҙламалар, картуф), кейемдәр һәм яугирҙарға ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле башҡа әйберҙәр район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ярҙамында автомобилдәргә тейәлде. Гуманитар ылауға ир-егеттәрҙең заявкалары буйынса хәйбуллалар йыйған аҡсаға “Тыуған тыл. Хәйбулла” төркөмө ирекмәндәре һатып алынған ҡиммәтле приборҙарҙан тыш, таҡҡыслы мунса һәм мотоцикл ҡушылды. Ылауҙы йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла оло рәхмәтлебеҙ. Гуманитар ярҙам яҡташтарға тыуған