Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Изге Ирәмәл беҙҙе ҡабул итте

Башҡортостанда бейеклеге буйынса икенсе урында торған Ирәмәл тауына менеү һәр кемдең хыялылыр. Әммә халыҡта бер һыналған әйтем йөрөй – “Ирәмәл һәр кемде ҡабул итмәй”. Шуға ла “Башҡортостан” гәзите коллективын был тау менән таныштырыу маҡсатында юлға йыйынған саҡта бер аҙ ҡурҡыу ҙа булды. Етмәһә, һауа торошо ул көндө тауҙа ҡар күрһәтә ине. Өфөнән юлға сыҡҡанда ла ҡар яуып ҡалды, әммә беҙҙең Ирәмәлде күреү теләге шул тиклем көслө булғандыр – Белорет районы һәм Изге тау беҙҙе ҡояшлы йылы көнө менән ҡабул итте. Ысынлап та, Башҡортостандың тәбиғәте иҫ китмәле матур, бай. Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күрергә кәрәк был хозурлыҡты. Беҙ Ирәмәлгә менеү маршрутын Белорет районының Николаевка ауылы аша һайланыҡ. Әйткәндәй, бында туристарҙы, сәйәхәтселәрҙе ҡабул итергә өйрәнгәндәр – Ирәмәлгә ҡаргиҙәрҙәрҙә алып менәләр, ауылға барып төшкәс тә туҡтау һәм туҡланыу өсөн махсус пункт та бар, йоҡлап ҡайтырға теләгәндәр өсөн уңайлы йорттар, ял базалары урынлашҡан. Ошо хаҡта беҙ “Башҡортостан” гәзитенең алдағы һандарында сығасаҡ юлъяҙмала уҡырһығыҙ. Әлегә "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәренең тәьҫораттары менән танышығыҙ. Алһыу ӘҒЛИУЛЛИНА: - “Ирәмәл ҡабул итһә генә асылыр, юҡ икән, тимәк, юҡ”, - тигән ине миңә бер танышым изге тауға йыйыныуыбыҙҙы ишеткәс. Аллаға шөкөр, ул беҙҙе ҡабул итте. Бар асылы, хозурлығы, матурлығы, мөһабәтлеге менән ҡабул итте... Тау менән бергә үҙебеҙ ҙә асылдыҡ. Күңел ял итте, йөрәк көс алды. Рәхмәт, Ирәмәл! Әлдә генә тормошомда тауҙар яулар, тауҙар аҡтарыр хеҙмәттәштәрем – “Башҡортостан”дарым бар. Әклимә ҒИЗӘТУЛЛИНА: - Ниндәй көскә эйә һин, Ирәмәл? Аллаға шөкөр, ҡышҡы Ирәмәлдең хозурлығын да күрергә насип булды. Тәүҙә автобус, шунан бер сәғәт самаһы ҡаргиҙәрҙә күтәрелеп, бейек түбәгә яҡынлағанда йөрәкһетеп, аңлайышһыҙ борсолоуҙар күңелде болоҡһотҡайны. Ары табан йәйәүләп, туҡтап хәл йыя-йыя, артҡа әйләнә-әйләнә түбәһенә яҡынлаған һайын күңелгә һиллек урынлашҡаны, кәйеф тигеҙләнә барғаны тойолдо. Иң башына менеп баҫҡас, алдыбыҙҙа һүҙ менән һүрәтләп еткерә алмаҫлыҡ иҫ киткес матур күренеш асылды. Тыуған яғыбыҙ тәбиғәтенә һоҡланып, әҫәрләнеп, арыу-талыу, һыҙланыуҙар бөтөнләй онотолдо, ә урынына ниндәйҙер ышаныс, көс-дәрт барлыҡҡа килде... Фотолар: “Башҡортостан” гәзитенән.